“ТУҒАНЛЫҠ” Х а л ы ҡ ‑ а р а  т ө р к и  т е л л е  т е а т р ҙ а р  ф е с т и в а л е. 1991 й. алып Өфөлә үткәрелә. 1991 й. 11 театр, 1996 й. — 9, 2000 й., 2006 й., 2012 й. 15‑әр, 2017 й. 11 театр ҡатнаша. Ойоштороусылары: РФ‑тың Мәҙәниәт һәм киң коммуникациялар министрлығы, Мәҙәниәт һәм кинематография б‑са федераль агентлыҡ, РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы, БР‑ҙың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Театр эшмәкәрҙәре союзы, ТӨРКСОЙ. Маҡсаты: РФ һәм сит илдәрҙең төрки телле халыҡтарының үҙ‑ара ижади бәйләнештәрен һаҡлау һәм мәҙәни яҡтан үҫтереү, төрки телле театрҙар мөхитендә барған процестарҙы анализлау, төрки телле театр мәҙәниәтен донъя театр берләшмәһенең бер өлөшө булараҡ өйрәнеүгә булышлыҡ итеү. Фестиваль йомғаҡтары б‑са төп 5 номинация премиялары тапшырыла: “Фестивалдең иң яҡшы спектакле” [1991 й. 1‑се пр.: Б.Б.Чиндыковтың “Ситән буйында бөрлөгән” (“Ежевика вдоль плетня”) спектакле, Сыуаш акад. драма театры, Чебоксар, реж. В.Н.Яковлев “Иң яҡшы режиссёр эше” номинацияһында, актриса Н.М.Яковлева — “Иң яҡшы ҡатын‑ҡыҙ роле”, актёр Г.А. Большаков — “Иң яҡшы ирҙәр роле”, рәссам В.В.Фёдоров — “Иң яҡшы сценография”; 2‑се пр.: П.А. Ойунскийҙың “Бөйөк Кудангса” (“Кудангса Великий”) спектакле, Саха респ. драма театры, Яҡутск, реж. А.С.Борисов “Иң яҡшы режиссёр эше” номинацияһында; 3‑сө пр.: М.А.Ғиләжевтең “Бисура” спектакле, Татар акад. театры, Ҡазан, актёр И.З.Хәйруллин “Иң яҡшы ирҙәр роле” номинацияһында; 1996, Ф.М.Бүләковтың “Бибинур, ах, Бибинур!”, БАДТ; 2000, Э.Мижиттың “Кем һин, Сүбәдәй?”, Тува муз.‑драма театры, Ҡыҙыл ҡ.; 2006, К.Кизиҙың “Кәкүк ояһы” романы б‑са А.Ә. Абушахмановтың ш. уҡ исемле спектакле, Башҡорт драма театры, реж. Абушахманов “Иң яҡшы режиссёр эше” номинацияһында, актёр Х.Ғ.Үтәшев — “Иң яҡшы ирҙәр роле”; 2012, Бүләковтың “Мәскәү‑Васютки” спектакле, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры, реж. А.Н.Йыһаншин, актёр Ф.А.Бәкеров — “Иң яҡшы ирҙәр роле”; 2017, Ж.Ануйҙың “Антигона” спектакле, БАДТ, актриса Л.М.Галина “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”, актёр О.З.Ханов “Иң яҡшы ирҙәр роле” номинацияһында]; “Иң яҡшы режиссёр эше” [1991, Бүләковтың “Ҡанатланып ос һин, Толпарым!”, реж. Р.В.Исрафилов, БАДТ; 1996, В.Г.Распутиндың “Матёра менән хушлашыу” (“Прощание с Матёрой”) повесы б‑са В.Н.Яковлевтың ш. уҡ исемле спектакле, реж. Яковлев, Сыуаш акад. драма театры; 2000, К.Аширҙың “Каин — Әҙәмдең улы”, реж. Ашир, Ҡаҙаҡ акад. драма театры, Алма‑Ата ҡ.; 2012, “Ай тотолған төндә”, реж. Абушахманов, БАДТ; 2017, Мольерҙың “Дон Жуан” спектакле, реж. Ф.Р.Бикчәнтәев, Татар акад. драма театры]; “Иң яҡшы сценография” [1996, В.Кок-Оолының “Кара һәм Седип”, рәссамы В.Шульга; Тува муз.‑драма театры; 2017, М.Карягинаның “Кәкүкле сәғәт” (“Часы с кукушкой”), рәссамы В.Яковлев; Сыуаш акад. драма театры]; “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” [1991, Бүләковтың “Ҡанатланып ос һин, Толпарым!” спектаклендә Э.Ә.Юнысова, БАДТ; 1996, Ж.Ҡолмәмбәтовтың “Туған Манас” спектаклендә К.Сейдалиева, Ҡырғыҙ акад. драма театры, Бишкәк; 2000, У.Шекспирҙың “Макбет” спектаклендә Л.Усеинова, Ҡырым‑татар акад. муз.-драма театры, Симферополь ҡ.; 2006, А.П.Чеховтың “Апалы‑һеңлеле өсәү” (“Три сестры”) спектаклендә Л.М. Хәмитова, Татар акад. драма театры; 2012, А.Амирлиның “Бай ҡатын” спектаклендә Т.Осаева, Ҡумыҡ муз.‑драма театры]; “Иң яҡшы ирҙәр роле” [1991, А.Н.Островскийҙың “Төшөмлө урын” (“Доходное место”) спектаклендә Ханов, Йәш тамашасы театры, Өфө; 1996, С.Беккет һәм М.Хадиҙың “Өмөт, йәки Өмөт тураһында өс уйын” спектаклендә Г.‑Б. Санатчи, В.Исмаил, “Йуг” Әзербайжан йәштәр театры, Баҡы; 2000, К.Ғ. Тинчуриндың “Һүнгән йондоҙҙар” спектаклендә Ш.Т.Фәрхетдинов, Татар драма һәм комедия театры, Ҡазан]. Шулай уҡ “Иң яҡшы композитор эше”, “Иң яҡшы драматургия”, “Икенсе пландағы иң яҡшы роль”, “Иң яҡшы актёр дуэты” пр., “Дебют”, “Өмөт”, “Өлкән быуындар традицияларына һәм идеалдарына һаҡсыл мөнәсәбәт өсөн”, “Тамашасылар һ .йө .е призы” һб. приздар тапшырыла. Төп номинацияларҙа еңеүсе спектаклдәр сит илдәр буйлап гастролдәрҙә ҡатнаша. “Т.” сиктәрендә рәссам‑сценографтар (2000), “Төрки театры традициялары һәм хәҙерге заман” (“Тюркская театральная традиция и современный мир”; 2006), “Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театр” (“Диалог культур и тюркоязычный театр”; 2017) фәнни‑ғәмәли конф., мастер- кластар һ.б. үткәрелә. Жюри составында танылған Рәсәй һәм сит ил театр эшмәкәрҙәре, ш. иҫ. рәйестәр: О.И.Пивоваров (1991), Ю.И.Ерёмин (1996), В.Я.Калиш (2000), В.А.Андреев (2006), А.С.Борисов (2012), Исрафилов (2017). “Т.” ш. уҡ Әзербайжан акад. милли драма театры (Баҡы), Анкара дәүләт театры, Алтай Респ. дәүләт милли драма театры (Горно- Алтайск), Балҡар драма театры (Нальчик), Ысыҡкүл муз.‑драма театры (Ҡараҡул ҡ.), Милли Йәштәр театры, Сибай башҡорт драма театры, Хакас милли драма театры (Абакан) һ.б. ҡатнаша.

Әҙәб.: К а м а л о в а З. “Туғанлыҡ” туғандарын йыя //Ватандаш. 2000. №7; “Туганлык” означает братство //Театральная жизнь. 1991. №18; Выставка произведений художников-сценографов Республики Башкортостан /авт.-сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2000.

А.Ә.Балғазина, И.А.Бондарева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.