ТРУЕВЦЕВ Михаил Иванович (9.1. 1903, Пенза губ. Николо‑Пестровка а. — ?), йырсы (лирик‑драматик баритон). РСФСР‑ҙың (1965) һәм БАССР‑ҙың (1949) атҡ. артисы. Ленинград консерваторияһын тамамлағандан һуң (1938) Һарытау, Куйбышев, Горький ҡҡ. эшләгән. 1947 й. алып БДОБТ, 1957—67 йй. Үзбәк ССР‑ының Ә.Науаи ис. Ҙур опера һәм балет театры (Ташкент) солисы. Йомшаҡ тембрлы яғымлы тауышҡа, камил дикцияға, колоритлы сәхнә килбәтенә эйә була, башҡарыу сәнғәте юғары оҫталыҡ м‑н айырыла. Опера һәм балет театрында төп партиялары: Амонасро (“Аида”, Дж.Верди), Демон (А.Г.Рубинштейндың ш. уҡ исемле операһы), Мазепа (П.И. Чайковскийҙың ш. уҡ исемле операһы), Грязной (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков) һ.б. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

 

 

Р.Ғ.Латипова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.