ТРОФИМОВА Ирина Александровна (29.10.1929, Ленинград), педагог. Проф. (2002). БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1969). Ленинград хореография уч‑щеһын (1949; педагогы М.Ф.Романова), Ленинград консерваторияһын (1952; педагогы А.Я. Ваганова), А.Н.Островский ис. Ленинград театр ин‑тын (1957; педагогы С.С.Данилов) тамамлаған. 1951 й. алып А.Я.Ваганова ис. Урыҫ балеты акад. (С.‑Петербург) уҡыта. Уҡыусылары араһында Л.С.Ҡыуатова, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ф.Ф. Проскурнова, Р.Н.Хәбирова, С.Ә.Харисова. Балет педагогикаһы һәм хореографияһы мәсьәләләре б‑са мәҡәләләр авторы.

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.