ТРОИЦКАЯ (Троицкая‑Зайдентрегер) Любовь Николаевна (6.10.1911, Ҡазан — 9.4.1995, Өфө), йырсы (сопрано), педагог. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1941; Л.Н.Балановская класы) педагог‑вокалист, 1944 й. алып Респ. лекторийының художество етәксеһе, 1948—49 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, 1958—64 йй. лектор‑музыка белгесе; 1949—56 йй., 1964—69 йй. һәм 1992—95 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта; 1956—58 йй. Мәскәү өлкә филармонияһының концертмейстер‑педагогы. Йомшаҡ тембрлы сағыу тауышҡа, артислыҡ һәләтенә эйә була. Репертуарында урыҫ һәм сит ил композиторҙарының камера‑вокаль лирикаһы, боронғо урыҫ романстары, урыҫ һәм башҡ. халыҡ йырҙары. М.М. Вәлиев, Х.Ш.Заимов, З.Ғ.Исмәғилев, Х.Ф. Әхмәтовтың байтаҡ вокаль әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы. Уҡыусылары араһында БАССР‑ҙың атҡ. артистары Ф.Ҡарасурина һәм Л.В. Тюрясова-Пантелеева, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре А.А.Кузнецова.

Х е ҙ м.: Уфимское училище искусств. Уфа, 1992 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова