“ТӨХВӘТ КАНТОН”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1931 й. З.Ш.Шакиров Урал өлк. Ғәйет а. И. Искәндәровтан яҙып ала, шиғри тексы “Башҡорт халҡ ижады” (1‑се том, 1954), ноталы тексы “Халҡым йыры” (“Песни моего народа”; 1995) йыйынтыҡтарында баҫтырыла. Драматик характерҙағы йыр. Халыҡҡа аяуһыҙ мөнәсәбәттә булған 4‑се кантон башлығы Төхвәтулла Үтәев исеме м‑н аталған. Шиғри тексында уның яуызлыҡтары фашлана, енәйәтсегә ғәҙел яза биреү т‑да теләктәр белдерелә. Шулай уҡ риүәйәттәрҙең береһендә Ҡазан сауҙагәре, Бәҙринең (Төхвәт кантон ҡатындарының береһе) атаһы, башҡорттарға бурысҡа тауар биреүе, әммә уларҙың ваҡытында түләй алмауы т‑да х и к ә й ә л ә н ә . Сауҙагәр ҡурҡытып янай башлағас, башҡорттар уны үлтерә. Үлтереүҙә Төхвәт кантонды ғәйепләйҙәр һәм Себергә һөргөнгә ебәрәләр. Децима диапазонындағы аҙ орнаментланған көй минор пентатоникаһына ҡоролған. Башҡарыусылар араһында Ф.Ә.Килдейәрова.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. Китап. Өфө, 1974.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Нотная запись песни