ТӨЙӘЛӘҪ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1931 й. Ғ.З.Сөләймәнов БАССР‑ҙың Баймаҡ‑Таналыҡ р‑ны 1‑се Төрөкмән а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) яҙып ала, “Башҡорт халыҡ йырҙары” йыйынтығында Х.Ф. Әхмәтов яҙмаһында б а ҫ т ы р ы л а . Варианттарын Ф.Х.Камаев, Л.Н.Лебединскийяҙып ала. Лирик характерҙағы йыр. К.М.Дияров яҙып алған риүәйәт б‑са, йырҙы һөргөнгә китер алдынан Мәхмүт сәсән ижад иткән. Икенсе фараз б‑са, йыр Төйәләҫ й. үҙәнендәге бер ауылда булған хәлдәргә бәйле барлыҡҡа килгән. Ҡаҙаҡтар барымта ойоштороп, башҡорттарҙың көтөүен ҡыуып алып китә. Был хәлде ишетеп, ауыл халҡы уларҙы ҡыуып етә һәм ҡыйрата. Башҡорттар тыуған ерҙе һәм уны яҡлаған батырҙарҙы данлап “Т.” йырын ижад итә. Аҙ орнаментланған ундецима диапазонындағы көй мажор пентатоникаға ҡоролған. Квинта һәм секста сиктәрендәге көй боролоштары мелодиканың формалашыуында мөһим урын алып тора. Ҡатмарлы алмашыныусан размер (нигеҙҙә өс өлөшлө метр), үҙенсәлекле ритмик структура көйгә композиция йәһәтенән йыйнаҡлыҡты, ҡабатланмаусанлыҡты тәьмин итә. Башҡарыусылар араһында А.Ғ.Ғәлимов, Р.Ғ.Ғәлимуллина, Әхмәтов. Йырҙы К.Й.Рәхимов, Әхмәтов, Ф.З.Яруллин тауыш һәм фп. өсөн, А.С.Ключарёв хор һәм симфоник оркестр өсөн, Р.В.Сәлмәнов, М.П.Фоменков ҡатнаш хор өсөн эшкәрткән.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се китап. Өфө, 1974.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Нотная запись песни

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.