БАЛАПАНОВ Малик Хәмит улы (19.11.1958, Баймаҡ ҡ.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2007), проф. (2009). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) “Кабель” КБ‑нда эшләй. 1988 й. алып БДУ‑ла: өлкән ғилми хеҙм‑р, 2006—08 йй. физика ф‑ты деканы урынбаҫары, 2010 й. башлап Физик-техник ин-тының дөйөм физика каф. мөдире, 2013 й. — уҡыу-уҡытыу эштәре б-са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге ионлы ғәҙәттән тыш үткәргестәр физикаһы м‑н бәйле. Б. ҡаты иретмәләрҙең суперионлы фазаларын тикшерә һәм ионлы үткәреүсәнлек дәүмәле м‑н куб фазалы рәшәткәнең йылылыҡтан һыҙыҡлы киңәйеүе коэффициенты араһында бәйләнеш таба. 110‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Влияние размеров зёрен на диффузионные процессы в суперионных фазах Cu1.75Se, Li0.25Cu1.75Se, Li0.25Cu1.75S //Электрохимия. 2007. Т.43. №5; Ionic conductivity and chemical diffusion in superionic LixCu2—xS (0<x<0.25) //Physica status solidi (b). 2004. Vol.241. №1 (авторҙ.).

Р.Х.Ишембәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика