ТОТМАНОВ Рәдис Нурислам улы (5.8.1953, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ишмырҙа а.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1988) артисы. Башҡ‑н респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын (Стәрлетамаҡ ҡ., 1974) һәм Рәсәй театр сәнғәте акад. (1998; педагогы Е.П.Валукин) тамамлаған. 1975—95 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, бер үк ваҡытта 1992—93 йй. Өфө хореография уч‑щеһының педагог-хореографы, 1996—2000 йй. Башҡ. филармонияһының балетм., 2002—04 йй. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт уч‑щеһының педагог‑балетмейстеры. Юғары башҡарыу оҫталығына һәм сағыу темпераментҡа эйә булараҡ бейеүҙәрҙә баҙыҡ образдар тыуҙыра: “Бөркөткә һунар уйыны», “Бүләк”, “Гөлнәзирә”, “Дуҫлыҡ”, “Еҙ үксә», “Тимербайҙың улдары», “Өс туған” һ.б. “Башҡoрт егеттәре бейеүе”, “Урыҫ бейеүе” һ.б. бейеүҙәрҙе ҡуя. Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978) һәм Татар (1989) АССР‑ҙарында үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ындағы БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981) ҡатнаша. СССР буйлап һәм донъяның 20‑нән ашыу илендә гастролдәрҙә була.

З.И.Ҡудашева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018