ТОМАН, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр шиғри тексы 1937 й. БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Күкҡуян а. З.Хәбибуллинанан яҙып алына, “Башҡорт халҡ ижады” (1‑се том, 1954) китабында баҫтырыла. Варианттарын С.Ә.Галин, Ф.А.Нәҙершина, Л.Ҡ.Сәлмәнова яҙып ала. Лирик характерҙағы йыр. “Т.” 20 б. башында ижад ителә. БР‑ҙың Учалы р‑ны Кәрим а. С.Зәйнуллина һөйләгән риүәйәттә Туңғатар а. башҡортона кейәүгә бирелгән Ҡужай а. (икеһе лә — Ырымбур губ. Троицк өйәҙе; БР‑ҙың Учалы р‑ны) ҡыҙы Мәфтуха т‑да хикәйәләнә. Йәштәрҙең ғаилә тормошо килеп сыҡмай һәм улар айырылыша. Йәйләгән ваҡытта (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) Мәфтуха йыр башҡара. Авторын һораусыларға үҙе сығарған йыр тип белдерә. Халыҡта был йыр “Т.” исеме м‑н тарала. Шиғри текста һөйгәнен һағынған кешенең оло һағышы сағылдырылған. Көйө бай биҙәлгән (ҡара: Орнаментика) мажор пентатоникаға ҡоролған. Башҡарыусылар араһында Н.Һ.Аллаярова, Ф.Ә.Килдейәрова, А.А.Солтанов. А.Х.Ғабдрахманов йырҙы ҡатнаш хор (a cappella), ш. уҡ тауыш һәм фп. өсөн эшкәртә.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр‑риүәйәттәре. Өфө, 1997; 400 башҡорт халыҡ йыры (төҙ. Камаев Ф.Х., Шоңҡаров Н.Д.). Өфө, 2011.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Нотная запись песни

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.