ТОКАРЕВ Пётр Михайлович (18.10. 1945, ТАССР‑ҙың Балтай а. — 29.9. 2012, Магнитогорск ҡ.), йырсы (баритон). БР‑ҙың халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡ. (1986) артисы. Урал консерваторияһын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1973; Я.Х.Вутирас класы) Пермь опера һәм балет театры, 1975—2000 йй. БДОБТ солисы. Киң диапазонлы, йомшаҡ тембрлы яғымлы тауышҡа эйә була. Төп партиялары: Фигаро (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж. Россини; дебют, Пермь опера һәм балет театры, 1973), Онегин (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский), Альфио (“Ауыл намыҫы” — “Сельская честь”, П.Масканьи), Эскамильо (“Кармен”, Ж.Бизе), Жермон (“Травиата”, Дж.Верди) һ.б. М.Л.Биешу, СССР‑ҙың халыҡ артистары А.Ф.Ведерников, Т.А.Милашкина, Е.С.Мирошниченко, А.А.Эйзен м‑н сығыш яһай. Рәсәй, Германия, Польша, Чехословакия буйлап гастролдәрҙә була.

Р.Ғ.Латипова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова