ТИХОМИРОВ Анатолий Георгиевич [23.3.1899, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡалтыман а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 17.4.1980, Өфө], хор дирижёры, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1954). Рус музыка йәмғиәтенең Өфө бүлексәһендә музыка кластарын тамамлағандан һуң (1919; В.И. Горшков һәм М.В.Вологдин класы) Өфө губ. халыҡ мәғарифы бүлеге эргәһендәге Дәүләт хоры артисы. 1922 й. алып Рәсәйҙең хор һәм театр коллективтарында эшләй. 1929 й. башлап Башҡ‑н профсоюздар советының концерт‑эстрада бюроһында ирҙәр вокаль квартетын, 1935 й. — вокаль студияһын һәм башҡ. хорын ойоштороусы һәм уларҙың художество етәксеһе. 1937 й. алып Башҡ. опера студияһы хормейстеры, бер үк ваҡытта Башҡ. музыка уч‑щеһы уҡытыусыһы, 1943 й. башлап “Ударник” клубы, Ҡыҙыл армия үҙәк йорто, Башҡ. филармонияһы, бер үк ваҡытта 1944 й. БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Респ. радиолаштырыу ком‑ты хорҙарының етәксеһе; 1955—59 йй. БДОБТ‑ның баш хормейстеры. Т. етәкс. Башҡорт филармонияһы хоры Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). О.М.Райцын м‑н берлектә Опера һәм балет театрының хоры өсөн репертуар төҙөй. Хор өсөн башҡ., урыҫ, татар халыҡ йырҙарының һәм башҡ., урыҫ комп. әҫәрҙәренең эшкәртмәләре авторы.

Х е ҙ м.: Башкирские народные песни для хора. М., 1966.

Әҙәб.: Ф о м е н к о в М.П. К истории развития хорового искусства в Башкирии в первые годы Советской власти //Вопросы истории башкирской музыкальной культуры. Уфа, 1990; Очерки истории развития хорового искусства Башкортостана. Уфа, 2001.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова