“ТИРМӘНСЕ ҠЫҘЫ”, Дж. Паизиеллоның 2 шаршаулы операһы (Дж.Паломб либреттоһы). 1788 й. яҙылған. Опера һәм балет театрының тәүге постановкаһы. 3 шаршаулы “Т.ҡ.” башҡ. телендәге (Ғ.Р.Шәмуҡов тәржемәһе) премьераһы 1938 й. 14 дек. үтә (муз. етәксеһе һәм дирижёры П.М.Славинский, реж. Ҡ.Ғ.Бәкеров, ҡуйыусы рәссамы Н.В.Ситников, хормейстеры О.М.Райцын). Төп партияларҙа Чайковский П.И. исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын тамамлаусылар: Б.Н.Вәлиева (Ракелина), М.Е.Ғабдрахманова (Лиза), Х.Л.Ғәлимов (Барон), В.Н.Галкин (Пистофоло), З.З.Илбаева (Фердинанда), У.Я.Калинина‑Сыртланова (Баронесса), Ғ.С.Хәбибуллин (Судья). Опера музыкаһы рококо, сентиментализм һәм халыҡ йыры стилдәрен берләштерә. Һуңыраҡ “Т.ҡ.” шул уҡ ижади составта урыҫ телендә ҡуйыла.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова  

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018