ТИМЕРҒӘЛИЕВА Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы (24.5.1949, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Ҡотлояр а.), йырсы. ТАССР‑ҙың халыҡ (1991) һәм атҡ. (1987) артисы. Башҡ‑н респ. мәҙәни-ағартыу уч‑щеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1971), 1976– 98 йй. Татар филармонияһының солист-вокалисы. Көслө үҙенсәлекле тауышҡа эйә. Башҡарыу манераһына халыҡ йырҙары традицияларына эйәреү, хислелек, тәьҫирлелек хас. Репертуарында татар халыҡ йырҙары, ш. иҫ. һирәк башҡарылған йырҙар, ш. уҡ. татар (Ф.М.Хәтипов, Ф.А.Әхмәтов, Р.М.Яхин һ.б.) һәм башҡ. (З.Ғ.Исмәғилев, А.М.Ҡобағошов, С.Ә.Низаметдинов, Р.М.Хәсәнов һ.б.) комп. әҫәрҙәре. Мәскәүҙә ТАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә ҡатнаша (1984). СССР, Рәсәй, Болгария, Төркиә буйлап гастролдәрҙә була. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға Респ. йәш йырсылар конкурсы (Өфө, 1971), “Татар йыры” Халыҡ‑ара эстрада фестивале (Казан, 2013) лауреаты.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.