ТИМЕРҒӘЗИНА Эмма Мөхәмәтвәсил ҡыҙы (9.9.1938, Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны Бүре а.), балет артисы. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1969). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1956; педагогы Н.В.Балтасиева) БДОБТ балеты солисы, 1978 й. алып балетм., 1983 й. — педагог‑репетитор, 1993—95 йй. Силәбе опера һәм балет театрының балетм.‑ҡуйыусыһы, 1997 й. башлап педагог‑репетиторы, 2002 й. — Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография колледжы уҡытыусыһы. Лирик‑комедия пландағы классик бейеүсе. Т. бейеүе виртуозлыҡ, оҫта башҡарыу техникаһы һәм сағыу артистизм м‑н айырылып торған. Төп партиялары: Сольвейг (Э.Григтың ш. уҡ исемле балеты; дебют, 1958), Китри (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус), Одетта—Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”), Маша (“Щелкунчик”; икеһе лә — П.И.Чайковский), Жизель (А.Адандың ш. уҡ исемле балеты) һ.б. Силәбе опера һәм балет театры сәхнәһендә К.С.Хачатуряндың “Чипполино” (1993; Г.А.Майоров хореографияһы) һәм Минкустың “Дон Кихот” (1994; А.А.Горский хореографияһы) балеттарын ҡуя. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында БР‑ҙың атҡ. артисы А.Р.Ғәниева.

Әҙәб.: В и л ь д а н о в а О.Г. Башкирский балет. Уфа, 2015.

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов