ТИМАНОВА Вера Викторовна (6.2. 1855, Өфө — 1942, Ленинград), пианист. Фортепианола уйнарға Өфөлә М.Игнатович һәм Л.К.Новицкийҙа, С.‑Петербургта А.Г.Рубинштейн һәм П.Л.Петерсонда (1865), Берлинда Юғары музыка мәктәбендә К.Таузигта (1868—70), Веймар ҡ. Ф.Листта (1872—73) өйрәнә. 1907—21 йй. Е.П.Рапгофтың музыка курстарында, 2‑се һәм 3‑сө музыка техникумдарында, Муз. мәғариф ин‑тында (бөтәһе лә — Петроград) уҡыта. Донъяла киң танылыу алған күренекле урыҫ пианисы. Ижадында ватан һәм Европа фортепиано мәктәбенең башҡарыу традицияларын дауам итә. Т. сәнғәте артистизм һәм виртуоз техника м‑н айырылып тора. Тәүге тапҡыр 1865 й. 21 ғин. Өфөлә Дворяндар йыйылышы бинаһы залында сығыш яһай, унда В.А.Моцарт концертын, Ф.Шопен, Ф.Калькбреннер пьесаларын башҡара. Репертуарында сит ил (Ф.Куперен, Лист, Ф.Мендельсон, Ж.Ф.Рамо, Ф.Шуберт) һәм урыҫ (М.А.Балакирев, М.И.Глинка, Рубинштейн, П.И.Чайковский) комп. әҫәрҙәре. Рәсәй, ш. иҫ. Өфөлә (1868—96); Австрия, Америка, Германия, Төркиә һ.б. буйлап гастролдәрҙә була. 2001 й. В.Тиманова ис. Асыҡ төбәк йәш пианистар – балалар музыка мәктәбе уҡыусылары конкурсы (Өфө) булдырыла.

Әҙәб.: А т а н о в а Л.П. Сохраним выцветшие строки. Уфа, 1988.

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.