ТЕРЕҒОЛОВ Шамил Әхмәт улы (29.8.1947, Өфө — 28.11.2008, шунда уҡ), балет артисы, балетм., педагог. РФ‑тың атҡ. (1997), БАССР‑ҙың халыҡ (1985) артисы. Тереғоловтар нәҫеленән. Пермь хореография колледжын тамамлағандан һуң (1967; педагогы Ю.И.Плахт) БДОБТ солисы (1989 й. тиклем), 1990 й. алып баш балетм., бер үк ваҡытта 1982—87 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) классик бейеү педагогы, 1985 й. башлап Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография уч‑щеһында уҡыта. Сағыу темпераментлы, төрлө характерлы бейеүсе, образдарҙы ижад иткәндә йәнле пластиканы актёр оҫталығы м‑н берләштергән. Төп партиялары: Фон Ротбарт (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский; дебют, 1968), Эспада (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус), Нурали (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев), Арыҫланбай (“Сыңрау торна”), Дәрүиш (“Ай тотолған төндә”) һ.б. Ватан балет мәктәбенең иң яҡшы традицияларын Опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйған спектаклдәрендә дауам иткән: Н.Ғ.Сабитовтың “Алтын асҡыс сере” (“Тайна золотого ключика”; 2000), И.Штраустың “Зәңгәр Дунай” (“Голубой Дунай”; 2003), С.С.Прокофьевтың “Ромео һәм Джульетта” (“Ромео и Джульетта”; 2004), “Баҡсаһарай фонтаны” (2007). Чайковскийҙың “Йоҡоға талған һылыу” (“Спящая красавица”; 2001), А.Адандың “Жизель” (2002), Минкустың “Баядерка” (2003; бөтәһе лә — М.И.Петипа хореографияһы) балеттарын ҡуйған; “Сыңрау торна” балетын яңынан сәхнәләштергән (1997). Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә А.К. Глазуновтың “Раймонда” (Нагойя ҡ., Япония; 1993), Минкустың “Дон Кихот”, Ш.Гуноның “Вальпургия төнө” (“Вальпургиева ночь”; икеһе лә — Астана, 2001), Ф.Хусейновтың “Королева Аба” (Мерсин ҡ., Төркиә; 2005), “Аҡҡош күле” (2005), “Ромео һәм Джульетта” (2006; икеһе лә — Улан‑Удэ) балеттарын ҡуйған. Уҡыусылары араһында А.В.Зинов, Р.Р.Мөхәмәтов, Р.В. Рыкин, А.М.Шәйҙуллин. Нуриев Р. исемендәге халыҡара балет сәнғәте фестивален ойоштороусыларҙың береһе һәм художество етәксеһе.

Әҙәб.: Ж и л е н к о Н.А. Гран‑па башкирского балета. Уфа, 2007; В и л ь д а н о в а О.Г. Башкирский балет. Уфа, 2015.

О.Ғ.Вилданова, Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов