ТЕЛӘКӘЕВА Рәхилә Лотфулла ҡыҙы [1898 й. июле, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Ҡараяр а. (Ырымбур өлк. Яңы Сергиевка р‑ны) — 19.4.1974, Ырымбур өлк. Ҡотош а.], халыҡ йырсыһы, бәйетсе. Т. репертуарында “Ашҡаҙар”, “Буранбай”, “Зөлхизә”, “Сәлимәкәй”, “Урал” башҡ. халыҡ йырҙары; мөнәжәттәр, бәйеттәр; Ш.Бабичшиғырҙары. Унан яҙып алынған “Аҡһаҡ ҡола”, “Алпамыша менән Барсын һылыу”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡара юрға”, “Таһир менән Зөһрә” эпостарының варианттары, “Етегән йондоҙ”, “Айыу араһы” һ.б. легендалар “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына индерелгән.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов