ТЕАТР (гр. theatron — тамаша өсөн урын, тамаша), актёр публика алдында сығыш яһағанда барлыҡҡа килгән сәхнә күренешенән торған сәнғәт төрө. Хәҙ. Т. сәнғәте әҫәре — спектакль — драма (ҡара: Драматургия) йәки муз. сәхнә әҫәрҙәре нигеҙендә реж. фекеренә ярашлы һәм уның етәкс. актёрҙар, ш. уҡ рәссамдар, композиторҙар, хореографтар һ.б. берлектәге тырышлығы м‑н ижад ителә.

Башҡортостанда Т. башланғыс формалары 6—8 бб. күп кеше ҡатнашҡан йолаларҙа, халыҡ уйындарында, тамашаларҙа, байрамдарҙа, халыҡ бейеүҙәрендә барлыҡҡа килә (ҡара: Халыҡ театрҙары). Т. халыҡ ижады синкретизмынан айырылып сығыуы һәүәҫкәр Т. булдырылыуына бәйле. 18 б. 70‑се йй. Ырымбур губернаһына һөргөнгә ебәрелгән поляк конфедераттары бер нисә драма һәм музыка йәмғиәтен, түңәрәген, крепостной Т. ойоштора. 19 б. 1‑се ярт. Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Бәләбәй ҡҡ. төрлө художество берекмәләренең (ҡара: Йыр, музыка һәм драма сәнғәтен һөйөүселәр йәмғиәте) барлыҡҡа килеүе һәүәҫкәр Т. үҫешенә булышлыҡ итә. 19 б. аҙ. Мосолман реформацияһы осоронда “Ғәлиә”, “Рәсүлиә”, “Хөсәйениә” уҡыу йорттарында, 1919—21 йй. ҡалаларҙа, ҙур ҡасабаларҙа, пр‑тиеларҙа, хәрби формированиеларҙа һәүәҫкәр Т. булдырыла, шуларҙың 1‑се һәм 2‑се эшсе Т., Революцион сатира һәм ирекле комедия оҫтаханаһы (бөтәһе лә — Өфө), опера студияһы (Стәрлетамаҡ) һ.б. профессиональ нигеҙҙә эш итә. 19 б. уртаһынан Н.К.Блохиндың (ҡара: Блохиндар), В.И.Видинеевтың шәхси Т. сәхнәләрендә сығыш яһаған П.А.Соколов, М.П. Васильев-Гладков, Д.А.Хотев‑Самойлов, П.М. һәм П.П. Медведевтар, Н.С.Вехтер һәм Р.А. Крамес, П.П.Струйский, С.Я. Семёнов-Самарскийҙың антрепризалары эшләй, уларҙың ижады профессиональ урыҫ Т. (ҡара: Урыҫ драма театры) булдырыу өсөн төп шарттарҙың береһе булып тора. 19 б. аҙ. — 20 б. башында Өфөлә гастролдә Мәскәү һәм С.‑Петербург Т. була; төрлө ширҡәт, артель, труппалар составында урыҫ сәхнәһе оҫталары сығыш яһай: бер туған Адельгеймдар, И.Ф. Арбенин, К.А.Варламов, А.Л. Вишневский, Ф.П.Горев, Г.Н.Федотова, Н.Н. Ходотов, А.А.Яблочкина һ.б., улар крайҙың Т. мәҙәниәте формалашыуына йоғонто яһай. Төрлө йылдарҙа профессиональ Т. Бөрө, Белорет, Стәрлетамаҡ ҡҡ., ш. уҡ Башҡорт филармонияһы эргәһендә барлыҡҡа килә. 2000 йй. Башҡортостанда урыҫ Т. Урыҫ драма театры, Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры коллективтарынан, Милли Йәштәр театры һәм Ҡурсаҡ театрының урыҫ труппаларынан тора.

Башҡ. милли Т. үҙенең тарихи үҫешендә респ. Т. мәҙәниәтенә хас булған художество үҙенсәлектәрен сағылдыра. 20 б. 10‑сы йй. В. Мортазин-Иманский һәм “Ширҡәт” труппаһы башҡ. милли мәҙәниәтенең традицияларына мөрәжәғәт итеп, халыҡсан башҡарыу формаларын үҙләштерә. Эпостар һәм легендаларҙың сюжеттары, халыҡ мәҙәниәтенең йола формалары Т. халыҡ театрының методологик принциптарын һәм поэтикаһын үҙ эсенә алырға мөмкинлек бирә. Милли драматургияның аяҡҡа баҫыуы башҡ. Т. үҙенсәлекле эстетикаһын формалаштырыу процесын тәрәнәйтә. 1919—24 йй. В. Мортазин-Иманскийҙың Башҡорт Күсмә театры эшмәкәрлегендә файҙаланылған театраль системаһы төҙөлә. Ул төрлө художестволы эстетик һәм поэтик стиль башланғыстарын (натурализм, эҙмә-эҙлекле реализм, экспрессионизм, конструктивизм, “митинг театры” һәм “агитацион драматургия” формаларындағы революцион романтизм һәм сатира) берләштергән ижади методтан ғибәрәт була. Система нигеҙендә — халыҡ йолаларын Т. сәхнәһендә кәүҙәләндереүҙе художество ансамбле т‑дағы тәғлимәт кимәленә күтәреү. В.Мортазин‑Иманскийҙың ҡараштары Ф.Ә.Ғәскәров, И.Зәйни, Б.Ә.Йосопова, Ғ.М.Минһажев, Ғ.С.Әлмөхәмәтовтың теоретик хеҙмәттәрендә, ш. уҡ колхоз‑совхоз театрҙары, Сибай башҡорт драма театры, Салауат башҡорт драма театры һ.б. художество практикаһында сағылыш ала. 1931 й. “Башҡорт милли театрын үҫтереү тураһында резолюция” ҡабул ителгәндән һуң милли Т. ижады унификациялана һәм үҙенсәлекле милли формаларын юғалта. А.Я.Таиров, В.Э.Мейерхольд, К.С. Станиславскийҙың эстетик доктринаһы яҡлы булған М.Ә.Мәһәҙиев башҡ. сәхнәһе реформаторына әйләнә. Үҙенең социалистик реализмға тартылыуы т‑да иғлан итеп [ВКП(б)‑ның 16‑сы съезы], башҡ. Т. Станиславский мәктәбенең соц.‑психологик реализмы алымын һәм поэтикаһын ҡуллана башлай. 30‑сы йй. уртаһындағы ҙур уңыш ҡаҙанған постановкалары Башҡорт драма театрына акад. Т. исеме яуларға мөмкинлек бирә. Т. артабанғы үҫешенә сәйәси репрессиялар кире йоғонто яһай. 50‑се йй. уртаһынан ирекле художество фекере Т. ҡайта башлай, Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы ижадҡа импульс бирә. 60‑сы йй. республиканың театраль тормошо әүҙемләшеүенә ӨДСИ‑нең асылыуы булышлыҡ итә (ҡара: Сәнғәт институты, Театр белеме биреү). Т. ф‑тын тамамлаусылар араһынан бик күптәре БР‑ҙың Т. сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индерә. 90‑сы йй. үҙенсәлекле эстетик концепциялар, ш. иҫ. реализм, мифология һәм модернизм берләшмәһенә нигеҙләнгән синтетик Т., барлыҡҡа килә. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры, “Сулпан” Т. ойошторола.

Татар Т. Башҡортостанда 19 б. аҙ. — 20 б. башында барлыҡҡа килә һәм урыҫ Т. мәҙәниәте йоғонтоһонда үҫешә. И.Ашҡаҙарский тарафынан ойошторолған “Фажиғә вә мөсәккин исламия” (“Мосолман драмаһы һәм мелодрамаһы”) труппаһы “Нур”, “Сәйяр”, “Ширҡәт” Т. берекмәләренә нигеҙ һала, улар үҙ сиратында татар һәм башҡ. Т. формалашыуына булышлыҡ итә. Татар Т. үҙенсәлекле реалистик нигеҙҙәре драматургтар Ғ.Исхаҡи, Ғ.Камал, М.Фәйзитарафынан һалына. 20 б. 90‑сы йй. башында “Нур” татар Т. һәм Туймазы татар драма театры ойошторола.

Башҡортостандың Т. сәнғәте ш. уҡ муз. Т. (ҡара: Опера һәм балет театры; Балет), балалар өсөн театр м‑н тулылана. Т. коллективтары төрлө театр фестивалдәре һәм конкурстарында, ш. иҫ. “Туғанлыҡ” халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә, ҡатнаша. Республикала Т. тарихы һәм үҫеше өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барыла (ҡара: Театр ғилеме).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.