ТЕАТР ЭШМӘКӘРҘӘРЕ СОЮЗЫ, ижади берекмә. 1938 й. Өфөлә Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1986 й. алып БАССР‑ҙың Т.э.с., 2003 й. — “РФ Театр эшмәкәрҙәре союзы (Бөтә Рәсәй театр йәмғиәте)” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының БР Театр эшмәкәрҙәре союзы бүлексәһе. Төп маҡсаты һәм бурыстары: Башҡортостандың театр сәнғәте үҫешенә, союз ағзаларының соц.‑хоҡуҡи һәм проф. мәнфәғәттәрен яҡлауға булышлыҡ итеү; театрҙарға һәм театраль уҡыу йорттарына ярҙам күрһәтеү. Т.э.с. театр фестивалдәре һәм конкурстарында ҡатнаша, киң мәғлүмәт сараларында театрҙарҙың төп ваҡиғаларын яҡтырта, театр рәссамдарының күргәҙмәләрен, театр премьераларын тикшереүҙе, “Һүҙ оҫтаһы” (“Мастер слова”) Респ. нәфис һүҙ оҫталары конкурсын һәм “Күңелле кулиса” (“Весёлая кулиса”) Респ. театр кисәләре фестивален һ.б. ойоштора. Юғары етәксе органы — съезд (конф., дөйөм йыйылыш; 5 йылға 1 тапҡыр), башҡарма органы — идара. Составында 389 ағза (2015). Идара рәйестәре: Г.С.Егиазаров (1940 й. алып), И.К.Глушарин (1946 й. алып), Ғ.С. Саттаров (1952), Б.Ә.Йосопова (1952 й. алып), З.И.Бикбулатова (1961 й. алып), О.З.Ханов (1984 й. алып), Г.И.Мидзяева (1998 й. алып вазифа башҡарыусы), Ә.Ә.Абушахманов (1999 й. алып). Союз ҡарамағында Актёрҙар йорто бар.

И.А.Бондарева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова