ТЕАТР ФЕСТИВАЛДӘРЕ ҺӘМ КОНКУРСТАРЫ, театр сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары смотрҙары.

Башҡортостан театрҙары бөтә Рәсәй, бөтә Союз, халыҡ-ара кимәлендәге төрлө Т.ф.һ.к. (показдар, смотрҙар, олимпиадаларҙа) 20 б. 20‑се йй. аҙ. ҡатнаша башлай. Бөтә Союз фестивалдәре совет власының 40 йыллығына (1957), Октябрь рев‑цияһының 50 йыллығына (1967), Ленин комсомолының 50 йыллығына (1968), В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға (1970); М.Горький, А.Н. Островский, А.П.Чехов һ.б. яҙыусыларҙың ижадына арналған була; халыҡ‑ара кимәлендәге фестивалдәр башлыса СССР халыҡтарының башҡа соц. илдәр халҡы м‑н дуҫлығына арнала, унда Польша, Венгрия, ГДР һ.б. илдәрҙең классик һәм хәҙ. заман драматургияһынан постановкалар күрһәтелә. 1930— 80 йй. БР‑ҙың театрҙары, актёрҙары, режиссёрҙары төрлө Т.ф.һ.к. юғары наградалар м‑н бүләкләнә, улар араһында Бөтә Союз СССР халыҡтарының театрҙар һәм сәнғәт олимпиадаһы (1930, Башҡорт драма театры), Бөтә Рәсәй колхоз‑совхоз театрҙары смотры (1936, Баймаҡ колхоз‑совхоз театры, ҡара: Сибай башҡорт драма театры), Бөтә Союз балалар өсөн театрҙар смотры (1939, Йәш тамашасы театры), Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы (1955; БАДТ, Опера һәм балет театры), әҙәбиәт һәм сәнғәт декадалары һәм көндәре, Бөтә Рәсәй драма, муз. һәм балалар театрҙары спектаклдәре смотры (1967, Салауат башҡорт драма театры), М.Горькийҙың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй драма театрҙары фестивале (1968, Урыҫ драма театры; бөтәһе лә — Мәскәү), Халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивале (Печ ҡ., Венгрия, 1982, Ҡурсаҡ театры) һ.б. республиканың театр сәнғәте өсөн иң әһәмиәтлеләре була.

1991 й. алып Өфөлә “Туғанлыҡ” халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале һәм “Өфөлә Шаляпин кисәләре” опера сәнғәте фестивале, 1993 й. — Нуриев Р. исемендәге халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале үткәрелә. 1994 й. “Ым” (“Жест”) Халыҡ‑ара пластика сәнғәте фестивале була. Шул уҡ йылдарҙа ҙур күләмдәге респ. фестивалдәре барлыҡҡа килә: БР театрҙарының “Театр яҙы” (“Театральная весна”) фестивале (Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ.; 1993—95, 1997, 2003, 2005, 2009, 2013); “Актёр йыры” (“Актёрская песня”) фестиваль-конкурсы (Өфө; 1992, 1994, 1995, 2000, 2004); “Ҡолонсаҡ” балалар өсөн спектаклдәр фестивале (Өфө; 1996, 2001, 2008). Өфөлә 2001 й. башлап йыл һайын “Күңелле кулиса” (“Весёлая кулиса”) респ. театр кисәләре фестивале [театр‑лауреат Түб. Новгород ҡ. “Күңелле кәзә” (“Весёлая коза”) Бөтә Рәсәй театр кисәләре фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғын яулай], 2007 й. — нәфис һүҙ оҫталарының “Һүҙ оҫтаһы” (“Мастер слова”) конкурсы үткәрелә. БР‑ҙың үҙешмәкәр театр коллективтары, халыҡ театрҙары“Алтын тирмә” Респ. халыҡ театрҙары фестивалендә (Белорет, Дүртөйлө, Туймазы ҡҡ., БР‑ҙың Ғафури, Миәкә р‑ндары; 1997, 2000, 2003, 2006, 2009, 2012, 2015), “Театраль рампа” (“Театральная рампа”) Респ. һәүәҫкәр театрҙар фестивалендә (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а., Яңауыл ҡ.; 2002, 2006, 2008, 2010, 2013), “Ҡыңғырауҙар сыңы” (“Перезвон колокольчиков”) Респ. балалар театр коллективтары фестивалендә (Өфө, 2008, 2010; Ауырғазы р‑ны, 2014) ҡатнаша. Т.ф.һ.к. ойоштороу м‑н БР Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге, Театр эшмәкәрҙәре союзы һ.б. шөғөлләнә. 1990—2000 йй. БР театрҙарының актёрҙары һәм режиссёрҙары төрлө Т.ф.һ.к. — “Реаль театр” (“Реальный театр”) Бөтә Рәсәй фестивале (Екатеринбург ҡ.), “Наурыҙ” (“Науруз”) халыҡ‑ара төрки халыҡтар театр фестивале (Ҡазан), халыҡ‑ара “Алтын маска” (“Золотая маска”) милли театр премияһы һәм фестивале (Мәскәү), “Сикһеҙ театр” (“Театр без границ”) фестивале (Магнитогорск ҡ.), “Алтын ат” (“Золотой конёк”) театр фестивале (Төмән ҡ.), “Кугу сорта” этно‑арт театрының электрон фестивале (Йошкар‑Ола), “Һалам һабан турғай” (“Соломенный жаворонок”) ҡурсаҡ театрҙары фестивале (Силәбе ҡ.) һ.б. — лауреаттары, дипломанттары була.

А.Ә.Балғазина, И.А.Бондарева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.