ТЕАТР МУЗЫКАҺЫ, драма театрҙарының спектаклдәрендәге музыка. Сәнғәттең башҡа төрҙәре м‑н бер рәттән Т.м. күренештең эмоциональ фоны булып хеҙмәт итә, персонаждарҙы, соц. мөхитте характерлай, тарихи һәм милли колоритты күҙ алдына баҫтыра, конфликт үҫешенең төп этаптарын билдәләй, ҡайһы берҙә сәхнәнән ситтә барған ваҡиғалар т‑да хикәйәләй, спектаклдең төп фекерен асыҡларға ярҙам итә. Т.м. пьеса сюжетынан сығып яҙылырға һәм драматург тарафынан хәл ителергә (тауыш сигналдары, йырҙар, бейеүҙәр, музыка ҡоралдарында уйнау һ.б.) йәки реж. концепцияһын тулыраҡ кәүҙәләндереү өсөн постановканы әҙерләү барышында индерелергә (әҙер муз. әҫәрҙәр араһынан һайлап алынырға йәки спектаклгә махсус рәүештә ижад ителергә) мөмкин. Т.м. роленең үҫеше ҡатнаш жанрҙарҙың (муз. драма, музыкаль комедия, мюзикл һ.б.) барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Башҡортостанда Т.м. м‑н ҡыҙыҡһыныу 20 б. башында барлыҡҡа килә. Музыка “Нур”, “Сәйяр” һ.б. труппаларҙағы постановкаларҙың айырылмаҫ өлөшөнә әүерелә. Башҡ. Т.м. үҫеше 1917 й. һуң асылған проф. театрҙар, атап әйткәндә, 1‑се Башҡ. дәүләт драма театры (ҡара: Башҡорт драма театры) эшмәкәрлегенә бәйле. 20‑се йй. репертуарында башҡ. халыҡ йырҙары һәм легендалары йәки йолалары южеттарына нигеҙләнеп яҙылған фольклор‑этнографик пьесалар өҫтөнлөк итә: М.А.Буранғоловтың “Ашҡаҙар” һәм “Шәүрәкәй”, Х.Ғ.Ғәбитовтың “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” (бөтәһен дә муз. яҡтан Х.К.Ибраһимов биҙәй). Айырыуса “Башҡорттуйы” спектакле популярлыҡ яулай (1928; реж. В.Мортазин‑Иманский, комп. Ибраһимов һәм И.В.Салтыков), ул бер нисә тапҡыр муз. яҡтан биҙәүҙә яңыртыла: К.Й.Рәхимов(1929), М.М.Вәлиев (1936), З.Ғ.Исмәғилев (1940) һ.б. Этнографик пьесаларҙа музыка милли фольклорға нигеҙләнә, йырҙар һәм инструменталь көйҙәр күренешкә индерелә, ш. уҡ спектакль башланыр алдынан һәм антракттарҙа яңғырай. Т.м. үҫешенең тәүге осоронда төп жанр булып муз. комедия тора, “Башмағым” спектакле бының сағыу миҫалы, унда музыканың театр ҡағиҙәләренә тиң булыуы күҙәтелә: вокаль номерҙар персонаждарҙың характерын асыҡлау өсөн ҡулланыла, ансамблдәр күренештәрҙе көсәйтеп ебәреүгә булышлыҡ итә, ш. уҡ исемдәге йырҙы күп тапҡыр ҡабатлау уға лейтмотив мәғәнәһен бирә. Артабанғы постановкаларҙы муз. яҡтан биҙәүҙе Вәлиев (1937), Т.Ш.Кәримов (1956), Ш.З.Ҡолбарисов (1978), У.М.Иҙелбаев (2004) башҡара. 1927 й. БАДТ‑ның музыка бүлеге эргәһендә — башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле (гармун, ҡурай, скрипка; художество етәксеһе Ибраһимов; ҡара: Инструменталь ансамблдәр), 30‑сы йй. оркестр (Вәлиев) ойошторола, был муз. биҙәү мөмкинлектәренең киңәйеүенә килтерә. Театрҙың оркестрында төп ҡурайсы Ғ.Ғ.Ушанов, торбала уйнаусы Р.Ә.Мортазин була, 1934 й. алып Исмәғилев үҙенең ижади эшмәкәрлеген ҡурайсы булараҡ башлай. Артистарҙың проф. оҫталығы кимәлен күтәреү маҡсатында театр эргәһендә драма студияһы ойошторола, унда Вәлиев музыка дәрестәре алып бара һәм башҡарыусыларҙы хорҙа ике тауышҡа йырларға өйрәтә. Спектаклдәрҙә муз. номерҙарҙың һаны кәмей, ләкин функциялары киңәйә. Вәлиев оркестр увертюраһын индерә (“Башмағым”), хор спектаклдә ҡатнашыусы булараҡ сығыш яһай. М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле спектаклендә ул ҡапма-ҡаршы образдар араһындағы драматик конфликтты көсәйтеү өсөн муз. полярлаштырыу алымын (контраслы лад-гармония һәм тембрҙар ярҙамында) ҡуллана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында героик‑патриотик драмалар (“Ватан өсөн” һәм “Партизан ҡыҙ”, Ибраһимов, муз. яҡтан да үҙе биҙәй) м‑н бер рәттән муз. комедиялар (“Машдибад”, В.Нуримбәков; Вәлиев), водевилдәр ҡуйыла. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа БАДТ м‑н комп. Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Ҡолбарисов, Мортазин хеҙмәттәшлек итә. Ғ.Ғ.Әхмәтшиндең “Тальян гармун” комедияһында комп. Вәлиев ш. уҡ исемле йырҙы күп тапҡыр ҡабатлау м‑н әҫәрҙе композицион яҡтан берләштерә, финалға табан был алымдың әһәмиәте көсәйә: тәүҙә ябай көнкүреш фонын барлыҡҡа килтерһә, спектакль аҙағында йыр ауыл йәштәренең коллектив характеристикаһына әүерелә. 1956—70 йй. театр оркестрының эшмәкәрлеген туҡтатып тороу БАДТ‑ның Т.м. үҫешенә кире йоғонто яһай. Постановкалар башлыса Т.Ш.Кәримовтың муз. биҙәлешендә ҡуйыла: М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” һәм “Ҡыҙ урлау”, С.Т.Айытматовтың “Әсә яланы” (“Материнское поле”) повесы б‑са “Әсә, Ер әсә”, Ә.М.Мирзаһитовтың “Утлы өйөрмә” һ.б. спектаклдәр. Б.Бикбайҙың “Ҡаһым түрә, йәки 1812 йыл” драмаһында Исмәғилевтең муз. биҙәлешендә ҡайһы бер муз. фрагменттар күренеште сағылдырыу функцияһын башҡара (мәҫ., атлылар үтеүе фәҡәт муз. ысулдар м‑н бирелә). М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” спектаклендә Исмәғилев музыкаһы күренештәргә үҙ ритмын бирә. 1970—85 йй. Т.м. өлкәһендә ӨДСИ‑не (ҡара: Сәнғәт институты) һәм илдең башҡа вуздарын тамамлаусы башҡ. комп. эшләй (Р.Х.Ғәзизов, Н.Ә.Дауытов, А.Т.Кәримов, Р.М.Хәсәнов, М.Х.Әхмәтов һ.б.). БАДТ‑ла ҙур булмаған оркестр ойошторола, унда традицион симфоник инструменттар м‑н бергә заманса яңғыраған электрогитара, синтезатор ҡулланыла. Н.Асанбаевтың “Ҡыҙыл паша” спектаклендә муз. номерҙарҙың психологизмы көсәйә: герой‑дипломаттың тышҡы тотанаҡлылығы м‑н маскировкаланған эске коллизияның драматик үҫешендә көсөргәнешлелеккә ирешеү өсөн М.Х.Әхмәтов төп лейтмотивтарҙы тембр йәһәтенән төрлөләндерә, контраст темаларҙы полифоник яңғырашта берләштерә. “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..” драмаһында (М.Кәримдең “Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ” повесына инсценировка) Хәсәновтың “Мәрәһим йыры” эмоциональ фон һәм күмәк сәхнәлә төп геройҙар образдарын айырып күрһәтеү кеүек төрлө функциялар башҡара. Артабанғы йылдарҙа Т.м. Хәсәнов (Т.Таһировтың “Ғәлиә” повесы б‑са Р.В.Исрафиловтың ш. уҡ исемле спектакле), Ҡолбарисов (“Еҙнәкәй”, Ибраһимов), Иҙелбаев (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр”, А.Н.Островский, “Минең ҡатынымдың исеме Морис”, Р.Шарт), Ю.Х.Үҙәнбаев (“Мөхәббәт ҡарағы”, Ф.М.Бүләков) һ.б. ижадында үҫеш ала. Урыҫ драма театрының 30‑сы йй. спектаклдәрендә муз. яҡтан биҙәү м‑н Л.Н.Сушкова, һуғыштан һуңғы осорҙа ш. уҡ Т.Ш.Кәримов, Рәхимов, 70‑се йй. башынан Ғәзизов, А.Т.Кәримов, С.С.Миролюбов, Хәсәнов, 1985 й. алып Дауытов, Иҙелбаев, С.Ә.Низаметдинов, Р.Р.Сәғитов, И.И.Хәлилов, М.Х.Әхмәтов һ.б. шөғөлләнә. Ф.Дюмануар һәм А.Деннериҙың “Дон Сезар де Базан” комедияһына А.Т.Кәримовтың, Б.Брехттың “Кураж әсә һәм уның балалары” (“Мамаша Кураж и её дети”) драмаһына Ғәзизовтың, А.Н.Толстойҙың “Ҡарлуғасым” (“Касатка”) комедияһына Л.Казакова һәм В.Сенчиллоның музыкаһы тәрән хис‑тойғолар тыуҙырыуы, сағыу образдары м‑н айырыла. 1990 йй. аҙ. — 2000 йй. музыка, пластика, художестволы биҙәлештең үҙ‑ара берләшеүе синтетик типтағы спектаклдәр өсөн хас: Островскийҙың “Ҡарһылыу” (“Снегурочка”), Л.Н. Разумовскаяның “Һеҙҙең һеңлегеҙ һәм әсирегеҙ...” (“Ваша сестра и пленница...”), Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Ҡара юрға” (“Чёрный иноходец”; бөтәһендә лә төрлө авторҙарҙың муз. әҫәрҙәре ҡулланылған) спектаклдәре. “Нур” татар театры репертуарына У.А.Гаджибековтың “Аршин мал алан”, Ғ.Камалдың “Беренсе театр” һәм М.Фәйзиҙең “Йәштәрҙе алдамаҫһың” пьесалары б‑са “Өсөнсө әтәстәргә тиклем” (икеһе лә — комп. А.В.Карташов), Т.Ғиззәт м‑н Й.Фәйзиҙең “Башмаҡтар”, И.Х.Йомағоловтың “Амур тарихы” (А.М.Нәбиев) муз. комедиялары, А. Винокуровтың “Төнгөлөккә китмә” (С.Ф. Нурисламов) блюз‑комедияһы; Т.Ғ.Миңнуллиндың “Йәшлегем яулығы” (Низаметдинов), К.Ғ.Тинсуриндың “Һүнгән йондоҙҙар” (Сәғитов) муз. драмалары; С.Ҡудаштың “Урман әкиәте” (Нәбиев), Ғ.Туҡай әҫәрҙәре б‑са М.М.Фәтиховтың “Былтыр мажаралары” һәм Р.Ҡорбандың “Тылсымлы көй” (икеһе лә — Л.Ф.Баярс) муз. әкиәттәре һ.б. инә. БР драма театрҙары практикаһында Р.Ә.Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары” (А.С.Аҡчурин) муз. драмаһына дүрт тауышлы хор индереү уникаль күренеш була. Милли Йәштәр театры башҡ. комп. Низаметдинов (М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһы б‑са “Салауат”), Хәлилов (“Уйындан — уймаҡ, Ш.Р.Рәхмәтуллин), Р.Х.Сәхәүетдинова (“Иҙеүкәй менән Мораҙым”, Буранғолов) м‑н хеҙмәттәшлек итә. Сәғитовтың ижады муз. ҡоралдарын “тере тауышта” ҡулланыу (баян партияһын үҙе башҡара) м‑н айырыла; ул бик күп, ш. иҫ. М.Кәрим әҫәрҙәре б‑са “Беҙҙең өйҙөң йәме”, Г.И.Гориндың “Тиль”, Бүләковтың “Дала ҡиссаһы” спектаклдәрен муз. яҡтан биҙәй. Туймазы татар драма театрында Л.В.Вәлиевтең “Их кәләше!” (комп. А.А.Имаева) муз. комедияһы тапҡыр һәм үткер характеристикалар м‑н айырыла; Гаджибековтың “Аршин мал алан” муз. комедияһын Хәлилов беҙҙең шарттарға яраҡлаштырыуҙа үҙ вариантын тәҡдим итә. Салауат башҡорт драма театрында Я.Х.Шәрипов Ибраһимовтың “Башмағым” спектаклен яңыртҡанда, уның тәүге муз. тексын тергеҙеүгә ынтыла. Сибай башҡорт драма театры сәхнәһендә Б.Бикбайҙың заманында Опера һәм балеттеатры өсөн ижад ителгән “Ҡоҙаса” муз. комедияһы (Исмәғилев) ҡуйыла. Ҡурсаҡ театрының спектаклдәрендә Т.м. үҙенсәлеклелегенә ҡыҫҡа муз. фрагменттарҙы күп ҡулланыу, балалар аудиторияһына йүнәлеш тотоу һөҙөмтәһендә ирешәләр: Шафиҡовтың “Урал батыр” (комп. Х.Ф.Әхмәтов), Айытматовтың “Аҡ пароход” (“Белый пароход”) повесы б‑са А.Б.Барановтың ш. уҡ исемле спектакле (Миролюбов), С.Неристың “Эгле — туҙбаш йыландар батшабикәһе” (“Эгле — королева ужей”) поэма‑әкиәте б‑са В.Г. Миодушевскийҙың ш. уҡ исемле спектакле (А.К. Березовский), Ә.С.Фәтҡуллин һәм Д.А. Рашкиндың “Бөркөт балаһы осорға өйрәнә” (“Орлёнок учится летать”; Ҡолбарисов), Е.Я.Тараховскаяның “Суртан әмере буйынса” (“По щучьему велению”; М.С. Фәттәхетдинова) һ.б. спектаклдәр. Йыш ҡына Т.м. спектакль рамкаһына һыймай; ҡайһы бер әҫәрҙәр башҡа муз. жанрҙар ижад итеү өсөн ҡулланыла. С.М.Мифтаховтың “Һаҡмар” драмаһына Вәлиев яҙған музыка ш. уҡ исемле тәүге башҡ. операһының нигеҙе була; Х.Ф. Әхмәтовтың “Урал батыр” пьесаһына музыкаһы ш. уҡ исемле симфоник картина, Березовскийҙың “Эгле — туҙбаш йыландар батшабикәһе” (“Эгле — королева ужей”) спектакленә музыкаһы оратория-балет булып үҫешә.

Әҙәб.: Ш у м с к а я Н. Первая башкирская музыкальная комедия //Советская музыка. 1960. №2; Сказительское и литературное творчество Мухаметши Бурангулова. Уфа, 1992.

Т.С.Угрюмова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.