ТЕАТР ҒИЛЕМЕ, театрҙың тарихын һәм теорияһын өйрәнеүсе фән; сәнғәт ғилеме бүлеге. Үҙ аллы фән булараҡ 20 б. барлыҡҡа килә. Т.ғ. театраль тәнҡит һәм ижади практика м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостанда тәүге Т.ғ. тикшеренеүҙәре булып төрлө һәүәҫкәр, ш. иҫ. “Нур”, “Сәйяр”, “Ширҡәт” труппаларының спектаклдәренә башҡ. һәм татар яҙыусылары Ш.Бабич, М.Ғафури, Ғ.Исхаҡи, Ф.К.Туйкин, Ғ.Туҡай, Ф.Әмирхан һ.б. эсселары, баһаламалары тора. Башҡорт драма театры, һуңыраҡ башҡа сәхнә коллективтары барлыҡҡа килгәндән һуң театр сәнғәтен өйрәнеү системаға һалына. Республикала Т.ғ. формалашыуына театр эшмәкәрҙәре Ә.Ф.Зөбәйеров, Б.Ә.Йосопова, В.Мортазин-Иманский, драматургтар С.Агиш, Б.Бикбай, Н.Иҫәнбәт, С.М.Мифтахов, Д.Юлтый һ.б. ҙур өлөш индерә. Ваҡытлы матбуғатта Ғ.С.Саттаровтың “Башҡорт милли театры” [“Башкирский национальный театр”; “Советский театр” (“Совет театры”). 1930. №7], М.Ә.Мәһәҙиевтең “Беҙ нисек эшләйбеҙ” (“Как мы работаем”; Шунда уҡ. 1935. №7) һ.б. мәҡәләләре баҫылып сыға. Башҡ. милли театры сәнғәте т‑да Мәскәү тәнҡитселәре В.И.Блюм, А.Ильинский-Блюменау, М.Имас һ.б. яҙа. Сәйәси репрессиялар республикала Т.ғ. үҫешен тотҡарлыҡлай. Театр тормошон яҙыусылар һәм тәнҡитселәр Ғ.К.Зөлҡәрнәев, Н.Огородников, Ғ.Й.Рамаҙанов, С.Сухачевский, С.Сәйетбатталов, Ә.И.Харисов, Н.Ш.Хафизов һ.б. айырыуса әүҙем яҡтырта. 50‑се йй. башынан тәүге проф. театр белгестәре Ә.К.Аралбаева, Д.Н.Байтирәкова, тикшеренеүселәр С.В.Волков‑Кривуша, Ф.Ф.Вәхитов, Һ.С.Сәйетов, Р.Х.Хәйруллин һ.б. театр процесын, театр сәнғәте тарихын, билдәле актёрҙарҙың ижади эшмәкәрлеген анализлай. Актёр Ғ.М.Минһажевтың “Минең тормошом: хәтирәләр” (1952) китабы үҙенең ижади тәжрибәһенә йомғаҡ яһау була. 60‑сы йй. башҡ. театр белгестәре һәм тәнҡитселәре “Театр энциклопедияһын” (“Театральная энциклопедия”; 1961— 67), “Совет драма театры тарихы” (“История советского драматического театра”; 1966—71; икеһе лә — 6 томда) баҫмаһын төҙөүҙә ҡатнаша, уларҙың мәҡәләләре “Театр”, “Театральная жизнь” (“Театр тормошо”; икеһе лә — Мәскәү) үҙәк, “Ағиҙел” респ. журналдарында баҫыла. Сәйетовтың БАДТ ижады, Ғ.Ғ.Әхмәтшиндең А.Ҡ.Мөбәрәков, Салауат башҡорт драма театры, Сибай башҡорт драма театры, Г.Р.Пикунованың Ғ.Ш.Имашева, Хәйруллиндың З.И.Бикбулатова, З.С.Иғдәүләтовтың сәхнә телмәре оҫталығы т‑да китаптары сығарыла. К.Мәргән тарафынан Мәһәҙиевтең “Театр тураһында” (1962) китабы әҙерләнә һәм баҫтырыла. 70—80‑се йй. С.Ғ.Күсемова, Л.И. Нагаева, Л.С.Фәрзетдинова, Р.Р.Әхмәҙиева һ.б. фәнни эштәрендә Т.ғ. тикшеренеүҙәренең яңы алымдары ҡулланыла, сәхнә ижадының айырым элементтарына айырыуса иғтибар бүленә. Сәнғәт белгестәренең театр рәссамдары [Пикунованың “Мөхәммәт Арыҫланов” (“Мухаммед Арсланов”; 1978), Г.В.Николаеваның “Ғәлиә Имашева” (“Галия Имашева”; 1983); Я.Ҡолмойҙоң “Бәҙәр Йосопова” (1984)]; әҙәбиәт белгестәре М.Ф.Ғәйнуллин, Т.Ә.Килмөхәмәтов, М.Ғ. Хәмиҙуллинаның башҡ. драматургияһы үҙенсәлектәре, драматургтарҙың ижады т‑да монографиялары нәшер ителә. 90‑сы йй. БР‑ҙың театр тормошондағы үҙгәрештәр (яңы театрҙар, театр фестивалдәре һәм конкурстары ойоштороу) “Бельскиепросторы”, “Ватандаш”, “Рампа”, “Тамаша” ж., “Вечерняя Уфа” гәз. “Аншлаг” ҡушымтаһында Т.П.Абросимова, Г.Я.Вербицкая, Э.Р.Исрафилова, Күсемова, Сәйетов, Ф.Ә.Әлибаева, журналистар Г.Л.Ғәлимова, А.А.Докучаева, Н.А.Жиленко, И.Э.Ҡапҡаева һ.б. публикацияларында сағылыш таба. Очерк, ижади портрет жанрҙарында төрлө брошюралар, каталогтар, хәтирәләр йыйынтыҡтары донъя күрә: Р.Тойғондоң “Нурия Ирсаева” һәм “Хөсәйен Ҡудашев” (икеһе лә — 1993), Сәйетовтың “Театр спектакле — Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты” (“Театральный спектакль —лауреат Государственной премии Республики Башкортостан имени Салавата Юлаева”; 1994) һ .м “Таңсулпан Бабичева” (“Тансулпан Бабичева”; 1995), Күсемованың “Гөлли Мөбәрәкова” (“Гюлли Мубарякова”; 1998), М.А.Сабитовтың “Йылдар үрҙәргә юллата. Салауат башҡорт дәүләт драма театры” (1993). Ҡурсаҡ театры тарихы һәм үҫеше т‑да Р.Ә. Сәмиғуллинаның “Петрушканан Прометейға тиклем” (“От Петрушки к Прометею”; 1993), 18 б. аҙ. — 20 б. башында Башҡортостанда урыҫ театрының формалашыуы т‑да (Урыҫ драма театрының барлыҡҡа килеүе б‑са яңы мәғлүмәттәр бирелгән) В.А.Стрижевскийҙың “Театр подъезы” (“Театральный подъезд”; 1999) китаптары Т.ғ. ҙур әһәмиәтле хеҙмәттәре була. Сәнғәт институты (унда 1998 й. алып “Театр ғилеме” һөнәре б‑са уҡытыу индерелә) уҡытыусыларының “Режиссёр оҫталығының нигеҙҙәре” (“Основы режиссёрского мастерства”; 1993) мәҡәләләр йыйынтығы актёр һәм режиссёр сәнғәте мәсьәләләренә арналған. 2000 йй. алып тикшеренеүҙәр темалары киңәйә. Күсемова м‑н Вербицкаяның “Ғабдулла Ғиләжев тураһында иҫтәлектәр” (“Воспоминания о Габдулле Гилязеве”; 2001), “Пьесаларҙа, спектаклдәрҙә һәм кешеләрҙә театр (ХХ быуаттың 70—90‑сы йылдарында Башҡортостандың драма сәхнәһе)” [“Театр в пьесах, спектаклях и лицах (Драматическая сцена Башкортостана в 70—90‑е годы ХХ века)”; 2002], Г.Иҡсанованың “Театр һ .м башҡалар тураһында” (“О театре И не только”; 2006), Л.Я.Станкованың “Юлдар, юлдар. Театр. Дорога без конца...” (1—2 бүлек, 2008) йыйынтыҡтары; З.Ә.Нурғәлиндең “Театрҙың шиңмәҫ шишмәһе” (2003), Күсемованың “Театр юлы — Путь театра” (2004), ГИТИС‑тың башҡ. студияһын тамамлаусылар т‑да З.Ҡ.Атнабаеваның “Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар” (2008) китаптары, Сәйетовтың “Юлай улы Салауат — Салават Юлаев” альбом‑антологияһы, “Гөлдәр Ильясова: режиссёр һәм ҡатын йәки режиссёр Гөлдәр Ильясова” (“Режиссёр Гульдар Ильясова, и женщина — тебе имя”; икеһе лә — 2004) брошюраһы, “Арыҫлан Мөбәрәков. Тормошо һәм ижады” (“Арслан Мубаряков. Жизнь и творчество”; 2008) альбомы, С.В.Евсееваның “Туғанлыҡ” фестиваленә арналған “Башҡортостан Республикаһының рәссам‑сценографтары әҫәрҙәре күргәҙмәһе” (“Выставка произведений художников‑сценографов Республики Башкортостан”; 2000) каталогы, А.Ҡ.Ҡарабулатова м‑н З.В. Сәйфуллинаның “Башҡортостандың драма сәнғәте” (“Драматическое искусство Башкортостана”; 2005), А.Ә. Балғазина м‑н М.Ә.Вәлитованың “М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуары. 1919—2009” (“Репертуар Башкирского государственного академического театра драмы им. М.Гафури. 1919—009”; 2009), Балғазинаның “Башҡортостан театрҙары режиссёрҙары” (“Режиссёры театров Башкортостана”) белешмә баҫмалары, Р.Х.Ильясованың “Хәҙерге заман контексында героик‑романтик постановкаларҙың традициялары” (“Традиции героико‑романтических постановок в контексте современности”) монографияһы, БАДТ‑ның 3 китаптан торған “Тарих һәм хәҙерге заман спектаклдәрҙә һәм йөҙҙәрҙә” (“История и современность в спектаклях и лицах”) юбилей баҫмаһы (бөтәһе лә — 2014) баҫтырыла. Театраль тәнҡит б‑са Вербицкая, Күсемованың, сәхнә телмәре б‑са — Р.М.Ураҡсина, Л.С.Максимова, Н.А.Макарова [“Һүҙ. Театр. Тормош. Башҡорт телмәре мәҙәниәте” (“Слово. Театр. Жизнь. Культура башкирской речи”) уҡытыу әсбабының авторҙары, 2009], Р.Х.Лощенкованың, ижад психологияһы, режиссура б‑са Т.Н.Хәйбуллинаның уҡытыу‑методик әсбаптары сыға. Телдән һөйләү театр рецензияһы жанрында Вербицкая, Д.Ғ.Дәүләтшина, Күсемова, Сәйетов эшләй. Үҙәк баҫма биттәрендә Мәскәү тәнҡитселәре, театр белгестәре Б.П.Голдовский, В.Я.Калиш, Н.А. Крымова, Л.В.Лебедина, О.И.Пивоваров, Н.И.Смирнова, А.Ю.Соколянский, Е.И.Стрельцова, И.П.Уварова һ.б. республика театр сәнғәтен яҡтырта.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018