ТЕАТР БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, театр сәнғәте өлкәһендә артистарҙы, режиссёрҙарҙы, театр сәнғәте белгестәрен һ.б. проф. әҙерләү системаһы. Башҡортостанда Т.б.б. 1926 й. Башҡ. сәнғәт техникумында (ҡара: Сәнғәт училищеһы) театр бүлеге (өҙөклөктәр м‑н 1971 й. тиклем эшләй) асылғандан һуң үҫеш ала. Пед. эшмәкәрлекте театр эшенә нигеҙ һалыусылар Х.Бохарский, Ҡ.Ғ.Бәкеров, Б.Ғ.Имашев, В.Мортазин-Иманский, М.Ә. Мәһәҙиев, Ғ.С.Саттаров, Р.Фәйзи һ.б. алып бара. 1959—60 йй. милли театрҙар труппаларын ГИТИС‑ты тамамлаусылар тулыландыра, һуңынан уларҙың күбеһе (Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова, Г.А.Мөбәрәкова, Р.М.Әйүпов һ.б.) Т.б.б. формалашыуына һәм үҫешенә ҙур өлөш индерә. Юғары Т.б.б. формалашыуы 1968 й. ӨДСИ (ҡара: Сәнғәт институты) асылыуға бәйле. Театр ф‑тының тәүге сығарылышы (37 кеше) 1973 й. “Драма театры һәм кино актёры” (уҡыу курсы — 4 йыл) һәм “Драма режиссёры” (5 йыл) һөнәрҙәре б‑са була. 1979 й. халыҡ театры реж. әҙерләү һәм урта махсус белемле актёрҙарҙы сәхнәнән айырмайынса квалификацияһын күтәреү өсөн ситтән тороп уҡытыу формаһы индерелә. Һуңыраҡ ф‑тта башҡ., урыҫ, татар (1995 й. алып), ш. иҫ. Удмурт һәм Коми АССР‑ҙары театрҙары, ш. уҡ ҡурсаҡ театрҙары (1978 й. алып) өсөн актёрҙарҙы, эстрада артистарын (2003 й. алып), драма, халыҡ театрҙары, телевидение (1996) өсөн режиссёрҙарҙы маҡсатҡа ярашлы курс б‑са әҙерләү башлана. 80‑се йй. уртаһынан театр ф‑ты педагогтары Мәскәү һәм С.‑Петербург театр уҡыу йорттарының төрлө кафедраларында ассистентура‑стажировка үтә башлай. ӨДСИ‑нең А.С.Дыба етәкс. сәхнә хәрәкәте секцияһы тарафынан 1‑се Бөтә Рәсәй сәхнә хәрәкәте кафедралары смотры (1988), илдең юғары театр уҡыу йорттары араһында сәхнәлә һуғыш, хәрәкәт, муз.‑ритмик тәрбиә б‑са конф. (1989—91), халыҡ-ара “Хәрәкәт һәм тәьҫирлелек” (“Движение и выразительность”) сәхнә пластикаһы (1993), “Ым” (“Жест”) пластика сәнғәте (1994) фестивалдәре үткәрелә. 1998 й. алып сәнғәт тарихы һәм теорияһы кафедраһында (1992 й. С.Ғ.Күсемова етәкс. ойошторола) “театр ғилеме” һөнәре б‑са уҡытыу башлана (Рәсәй театр сәнғәте акад. уҡытыу һәм ғилми‑методик ярҙам күрһәтә). 2007 й. М.С.Щепкин ис. Театр уч‑щеһы (Мәскәү) башҡ. актёрҙары студияһын әҙерләй. Т.б.б. Т.Д.Бабичева, Г.Я.Вербицкая, Л.В.Вәлиев, К.Ф.Ғәҙелшин, Р.В.Исрафилов, А.И.Корякин, А.К.Лощенков, Р.Х.Лощенкова, П.Р.Мельниченко, Т.Ш.Хоҙайбирҙина һ.б. ҙур өлөш индерә. Т.б.б. өлкәһендә белгестәр әҙерләү ш. уҡ Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы, Сибай сәнғәт колледжында алып барыла.

Әҙәб.: Т р о и ц к а я Л.Н., А х м а д и е в а Р.Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992; Х а й б у л л и н а Т.Н. Уфимский государственный институт искусств //Русская театральная школа. М., 2004.

Т.Н.Хәйбуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова