“ТАШТУҒАЙ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1894 й. С.Г.Рыбаков тарафынан яҙып алына һәм“Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары, уларҙың көнкүреше тураһындағы очерк менән” китабында баҫтырыла. Йырҙың варианттарын Р.Л.Ғәбитов, Н.Т.Зарипов, А.С.Ключарёв, Л.Н.Лебединский, Р.Ә.Мортазин, И.В.Салтыков, Ғ.З.Сөләймәнов, М.М.Сәғитов, Н.Д.Шоңҡаров, Х.Ф.Әхмәтов яҙып алған. Лирик‑драматик характерҙағы йыр. “Т.” йыры барлыҡҡа килеү тарихының 2 варианты бар, уларҙың береһе 1939 й. М.А.Буранғолов тарафынан БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Иләс а., икенсеһен К.М.Дияров Баймаҡ р‑ны Темәс а. А.Хөсәйеновтан һәм Әбйәлил р‑ны Үрге Әбдрәш а. йырсы Мөхөтдиндән яҙып ала, “Сал Уралдың моңдары” (1988) китабында баҫтырыла. Сюжет нигеҙендә – Таштуғай а. (БР‑ҙың Хәйбулла р‑ны) көсләп кейәүгә бирелгән сибәр Көнһылыуҙың фажиғәле яҙмышы. Тыуған ерен һәм һөйгәне Байғүбәкте һағынып, ул йыр сығара. Ата‑әсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡанда Көнһылыу Байғүбәк м‑н йәшерен осрашып йөрөй һәм был уларҙың үлеменә килтерә. Йырҙың үҙенсәлеге – беренсе фазала уҡ йырҙың юғары диапазонға (дуодецима) етеүе һәм бай ижек орнаментикаһы. Башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, Х.Л.Ғәлимов, Дияров, Ф.Ә.Килдейәрова, М.А.Ҡаҙаҡбаев, Т.Рәшитова, М.Ғ.Сәлиғәскәрова, Ә.С.Шайморатова, Р.С.Әхмәҙиева. “Т.” көйөн В.И.Виноградов, Мортазин, К.Й.Рәхимов, З.Ғ.Исмәғилев тауыш һәм фп. өсөн; А.Т.Гречанинов флейта һәм фп. өсөн; М.З.Бәширов хор, тауыш һәм фп. өсөн; Ключарёв хор (a cappella) өсөн; С.Р.Сәлмәнов тауыш һәм симфоник оркестр өсөн; Салтыков солист, хор һәм симфоник оркестр өсөн эшкәрткән. Йырҙы ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре Р.Ф.Зарипов солист, ҡатнаш хор һәм орган өсөн “Башҡорт триптихы” (“Башкирский триптих”) хор әҫәрендә ҡулланған.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се кит. Өфө, 1974; Башкирские народные протяжные песни /сост. Л.К.Сальманова. Уфа, 2007.

Л.Ҡәлмәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Ноталар

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.