“ТАУСЫ” У ч а л ы т а у - б а й ы ҡ т ы р ы у к о м б и н а т ы н ы ң м ә ҙ ә н и ә т й о р т о. 1970—98 йй. Учалы ҡ. эшләгән. 600 урынлыҡ тамаша залы, грим, костюм бүлмәләре, хор класы, фотостудияһы, китапханаһы булған. Мәҙәниәт һарайында 6 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы эшләгән: урыҫ йыры хоры (1977 й., 1985 й. “халыҡ” исемен алған; етәксеһе Ф.А.Янбаева), “Йырсы йөрәктәр” (“Поющие сердца”) ветерандар хоры (1981 й., 1986 й. алып “халыҡ”; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Л.А.Тамарова), “Кристалл” балалар бал бейеүҙәре студияһы (1977 й., 2000 й. алып “өлгөлө”; етәксеһе Г.А.Әмирханова), “Клубничка” балалар бейеү ансамбле (1994; етәксеһе О.М.Терещенко) һ.б. коллективтар. Хәҙ. ваҡытта мәҙәниәт һарайы бинаһында Учалы филармонияһы урынлашҡан.

С.Д.Фазылова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018