“ТАУСЕНЬ”, Башҡорт дәүләт университеты м‑н Аксаков фондының (1992 й. алып) урыҫ фольклор ансамбле. 1980 й. БДУ‑ла ойошторола. 1993 й. “халыҡ” исемен ала. Башҡарыу сәнғәте үҙенсәлекле булыуы, йырҙарҙы дөрөҫ итеп йырлау м‑н айырыла. “Т.” репертуарында урыҫ халыҡ йырҙары (С.Т.Аксаков шиғырҙарына “Ехали казаки” һәм “Уральский казак”, “Девонюшка”, “Зимушка-зима”, “Не кукуй-ка ты, кукушка”, “Отдала же меня мама”, “Петербургская дорожка”, “Скучно мне, мамынька”, “Я гуляла день до ночи” һб.), Башҡортостан буйлап фольклор экспедицияларында ҡатнашыусылар яҙып алған йола фольклоры әҫәрҙәре (туй, йондоҙ һәм кәзә м‑н йөрөү йолаһы, коляда, масленица һ.б.). Халыҡ‑ара Аксаков байрамдарында (1991 й. алып), Европа тапшырыусылар союзының фольклор фестивалендә (Корк ҡ., Ирландия, 2007), БР‑ҙа Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендәге “Ҡасандыр Камала, йылғала” (“Как на Каме, на реке”) Респ. фольклор байрамында (Краснокама р‑ны Николо-Берёзовка а., 1996 й. алып) ҡатнаша. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. “Студент яҙы” (“Студенческая весна”) Башҡортостан вуздары студенттарының художество ижады респ. фестивале (Өфө, 2009), “Халыҡ календары” (“Народный календарь”) Төбәк‑ара урыҫ фольклоры фестиваль‑лаб. (БР‑ҙың Архангел р‑ны Архангел, Ҡыҙыл Еҙем аа., 2016; Гран‑при) лауреаты; халыҡ-ара фольклор фестивалдәре (Велико- Тырново ҡ., Болгария, 2005), “Берҙәмлек” (“Содружество”) халыҡ‑ара фестивале (Өфө, 1992) дипломанты. Ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе — Е.В.Евдокимова, ғилми консультанты — Л.И.Брянцева.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов