ТАҺИРОВА Майя Афзал ҡыҙы (8.2. 1931, Өфө — 9.6.2003, шунда уҡ), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. (1955), БР‑ҙың халыҡ (2001) артисы. А.М.Таһировтың ҡыҙы. Ленинград хореография уч‑щеһын (1949; педагогы А.Я.Ваганова), ГИТИС‑ты (1975) тамамлаған. 1949—72 йй. БДОБТ солисы, 1978—2000 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле педагогы-репетиторы, бер үк ваҡытта 1994 й. алып Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография уч‑щеһының художество етәксеһе. Т. — Ленинград балет мәктәбенең акад. традицияларын дауам итеүсе. Юғары аҙым, ҙур еңел һикереү алымдарына, сәхнәлә икенсе сүрәткә инә белеү оҫталығына, бейеү техникаһына эйә булыуы балеринаға төрлө пландағы тулы образдар тыуҙырырға ярҙам итә. Төп партиялары: Мария (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев; дебют, 1951), Одетта—Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Жизель (А. Адандың ш. уҡ исемле балеты), Сари (“Йәшенле һуҡмаҡтан” — “Тропою грома”, К.А.Караев), Джульетта (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, С.С.Прокофьев). Башҡорт балеттарындағы партиялары нескә лиризм, экспрессивлыҡ м‑н айырылып тора: Зәйтүнгөл, Торналар башлығы (“Сыңрау торна”), Гөлнәзирә (“Гөлнәзирә”), Ғәлимә (“Ҡара йөҙҙәр” — “Черноликие”, Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаев) һ.б. ролдәр. Айһылыу (“Яратам һине, тормош”) һәм Зөлхәбирә (“Айгөл иле”) партияларын тәүге башҡарыусы. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). СССР, Бирма, Германия, Непал, Һиндостан буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Союз балет артистары конкурсы, Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (икеһе лә — 1957), Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы (1963; бөтәһе лә — Мәскәү); Ғ.Сәләм пр. (1969) лауреаты. Т. исеме м‑н Нуғай а. (Өфө составында) урам аталған.

Х е ҙ м.: Уроки башкирского и характерного танца. Уфа, 1982 (авторҙ.).

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов