“ТАҢ”, Р е с п у б л и к а  ү ҙ е ш м ә к ә р  р ә с с а м д а р  к л у б ы, ижади берекмә. 1981 й. Өфөлә Халыҡ ижады үҙәге инициативаһы м‑н ойошторола, 1992 й. алып “Урал” галереяһы (ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) ҡарамағында эшләй. 1987 й. “халыҡ” исемен ала, 2010 й. башлап В.А.Позднов исемен йөрөтә. Төп маҡсаты һәм бурыстары — үҙешмәкәр сәнғәт ижады үҫешенә, БР‑ҙың һәүәҫкәр рәссамдарын берләштереүгә, уларҙың ижади эшмәкәрлеген һәм күргәҙмәләрен координациялауға, авторҙарҙың художество үҙенсәлектәрен асыҡларға һәм һаҡларға, уларҙың оҫталығын арттырырға булышлыҡ итеү. “Т.” күргәҙмәләр, ш. иҫ. Өфө (клубтың 10 йыллығына, 1991; Милиция көнөнә, 1998; клубтың 25 йыллығына арналған, 2006; 2016), Мәскәү (2002 һ.б.), Белорет, Ишембай, Күмертау, Салауат ҡҡ. отчёт күргәҙмәләр һәм шәхси күргәҙмәләр (рәссамдар Т.А.Ерастов, А.Я.Маслик, А.Н.Романов, В.Н.Романов, Е.В.Севастьянов, М.Т.Хәйбрахманов, А.А.Әхмәров һ.б.), сәнғәт теорияһы һәм тарихы б‑са әңгәмәләр, проф. рәссамдарҙың оҫтаханаларына, ижади күргәҙмәләргә һәм музейҙарға барыуҙы ойоштора. Клуб ағзалары бөтә Рәсәй (“Халыҡ Пушкинианаһы”, 1999; “Тыуған илдең данлы улдары”, 2000—01, 2003—04; бөтәһе лә — Мәскәү һ.б.), төбәк (“Оло Уралдың ябай сәнғәте”, Ырымбур ҡ., 1997; “Урал — дәүләт терәге”, Силәбе ҡ., 2000; “Еңеү салюты” халыҡ ижады фестивале, Екатеринбург ҡ., 2009), респ. (“Һәләт”, Өфө, 2003) күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Клуб ағзаларының эштәре Аксаков музейы, Ленин В.И. йорт-музейы, Хәрби дан музейы, Эске эштәр министрлығы музейы, Ябай сәнғәт музейы (Суздаль ҡ.) һ.б. коллекцияларында, БР‑ҙа һәм РФ‑та шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. “Т.” составына 18 ағза инә (2016). Рәйесе — Ерастов, етәксеһе — Позднов (1981—2010 йй.).

Әҙәб.: Выставка республиканского клуба самодеятельных художников “Тан”: каталог / авт.-сост. В.М.Сорокина. Уфа, 1991; Народные клубы художников Башкортостана. Уфа, 2006.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов