ТАЖДАРОВА (Әхмәҙуллина) Нәғимә Әхмәҙулла ҡыҙы (25.5.1888, Ҡазан губ. Утар-Аты а. — 16.3.1947, Ҡазан), актриса. РСФСР‑ҙың атҡ. (1940), ТАССР‑ҙың халыҡ (1939) артисы. 1915 й. алып “Сәйяр” труппаһы, Граждандар һуғышы йылдарында фронт бригадалары, 1922 й. башлап Үрнәк татар‑башҡорт театры, 1926 й. — Татар акад. театры (Ҡазан) актрисаһы. Тәүге быуын татар һәм башҡ. драма актёрҙарының береһе. Т. героинялары ҡырыҫ тойолғанда ла йомшаҡ холҡо, мөләйемлелеге м‑н айырылып тора. Төп ролдәре: Хәжәр (“Йәмһеҙ тормош”, Ф.Сәйфи‑Ҡазанлы), Сәғиҙә (“Күмелгән ҡоралдар”, Һ.Таҡташ), Ләйлә (“Миркәй һәм Айһылыу”, Н.Иҫәнбәт), Мария Антоновна (“Тикшереүсе” — “Ревизор”, Н.В.Гоголь), Коринкина (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” — “Без вины виноватые”, А.Н.Островский), Татьяна (“Емерелеү” — “Разлом”, Б.А.Лавренёв), Оксана (“Эскадра һәләкәте” — “Гибель эскадры”, А.Е.Корнейчук; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б.

Әҙәб.: Е н и к и Ә. Таждарова. Казан, 1957.

И.И.Иләлова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018