ТАДИАШВИЛИ Ольга Семёновна (29.8.1928, Владикавказ — 23.4.2001, Өфө), архитектор. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1992). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1962). Әзербайжан политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1953) “БашНИПИнефть” ин‑тының төҙөлөш бүлегендә архитектор, 1972 й. алып өлкән һәм 1981—84 йй. төп архитектор. Респ. ҡалалары һәм ауылдарында айырым кварталдар, микрорайондар (20 б. 50‑се йй. уртаһы —70‑се йй.), торлаҡ, йәмәғәт һәм адм. биналар, ш. иҫ. РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы бинаһы (1985) төҙөлөшө, Якутов И.С. исемендәге парк (1959; икеһе лә — авторҙашлыҡта), “Йәшел сауҡалыҡ” (1969; бөтәһе лә — Өфө), “Йоматау” (1965) шифаханалары реконструкцияларының проекты авторы. Өфөлә Т. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Тадиашвили В.Г. мәҡ. ҡарағыҙ.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина