ТАДИАШВИЛИ Валентин Георгиевич (1.12.1921, Владикавказ — 25.2. 1993, Өфө), архитектор. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Әзербайжан политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Баҡы, 1953) “БашНИПИнефть” ин‑тында архитектор, 1954 й. алып өлкән архитектор һәм бер үк ваҡытта архитектура төркөмөнөң өлкән инженеры, 1971 й. башлап төҙөлөш бүлегенең, 1979—81 йй. ген. план һәм юл проектлау бүлегенең баш белгесе. Нефтеюганск, Урай ҡҡ. (1960 йй.), нефть сәнәғәте объекттарын (1970 йй.) төҙөкләндереү проекттары авторы. 1940 йй. 2‑се ярт. — 60‑сы йй. респ. һәм башҡа төбәктәрҙә торлаҡ, йәмәғәт биналарын һәм сәнәғәт ҡоролмаларын, Октябрьский ҡ. үҙәге төҙөлөшөн, Нефтекама ҡ. (ҡара: Ҡалатөҙөлөшө), Малаяҙ (Салауат р‑ны), Йылайыр (Йылайыр р‑ны), Мораҡ (Күгәрсен р‑ны) һ.б. ауылдарҙың ген. пландарын проектлауҙа ҡатнаша.

Әҙәб.: Д о н г у з о в  К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998; Строители Башкортостана. Уфа, 2001.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018