УРЯДОВ Иван Иванович (14.11. 1893, Сызрань ҡ. – 20.3.1962, Өфө), рәссам. БАССР‑ҙың халыҡ рәссамы (1955) һәм атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1940). Рәссамдар союзы ағзаһы (1934). Ҡазан художество мәктәбен тамамлағандан һуң (1914) Сызрань, Ырымбур, Һамар ҡҡ. төрлө учреждениеларында уҡытыусы, декоратор булып эшләй, 1926—56 йй. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһында уҡыта. 1942—46 йй. БАССР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе (Өфө).

Уникаль графика һәм рәсем сәнғәте өлкәһендә эшләй. Ижадында индустриялаштырыу темаһы ҙур урын ала: “Түбә руднигы”, “Инструменталь цех төҙөү” (икеһе лә – 1934) картиналары документаль аныҡлыҡ, һүрән төҫтәр һәм тыныс эмоциональ тәьҫир м‑н айырыла. “Чапаев дивизияһының Ҡыҙыл Яр янында Ағиҙел йылғаһын кисеүе” (1940) картинаһын тарихи жанрҙа ижад итә. Шулай уҡ натюрморт һәм пейзаж жанрҙарында эшләй: “Натюрморт” (1946), “Тәүге ҡар” (1948), “Йылға туңа” (1955) һ.б. эштәрендә У. ижадының поэтик йүнәлеше күҙәтелә; “Тыуған Башҡортостан ерҙәре буйлап” (ҡағыҙ, күмер; 1954) серияһының график табаҡтары һиллек һәм эпик киңлек м‑н һуғарылған. “Милли кейемдәге башҡорт ҡыҙы” (ҡағыҙ, ҡәләм; 1941) график эшендә рәссамдың оҫталығы асыҡ күренә. Уҡыусылары араһында В.П.Андреев, Н.Н.Анисифорова, В.А.Игошев, А.Т.Платонов, Н.А.Русских. 1939 й. Бөтә Союз а.х. күргәҙмәһен (Мәскәү) биҙәүҙә ҡатнаша. Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының Өфө филиалы ағзаһы (яҡынса 1926). 1926 й. алып күргәҙмәләрҙә, Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1939, 1953, 1963). Эштәре БДХМ коллекцияһында һаҡлана. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1943).

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018