БАРТЕР (ингл. barter), тауарҙар һәм хеҙмәттәр м‑н аҡсаһыҙ тура алмашыу. Берҙәм килешеү (контракт) м‑н рәсмиләштерелә, унда алмашыуҙың эквивалентлығын тәьмин итеү, страховка суммаларын, дәғүәләр (санкциялар) күләмен билдәләү һ.б. өсөн тауарҙарҙы (хеҙмәттәрҙе) донъя йәки килешеү хаҡтары б‑са баһалау эшләнә. Б. килешеүҙәре баҙар мөнәсәбәттәре еренә еткерелмәгәндә, ватан валютаһы тотороҡһоҙ булғанда һәм конверсияланыуы сикләнгәндә, сит ил валютаһы етмәгәндә, тауар дефициты, гиперинфляция ваҡытында һ.б. төҙөлә. Дәүләт-ара, төбәк-ара һәм төбәк эсендәге Б. айырыла. БР‑ҙа Б. килешеүҙәре 20 б. 90‑сы йй. иҡтисади реформалар үткәреүҙең башланғыс осоронда, үҙ-ара түләмәүҙәр башланғандан һуң, киң таралыу ала. 2010 й. БР‑ҙың эре һәм уртаса пр‑тиелары тарафынан түләнгән продукция күләмендә Б. — 0,1%, аҡса булмаған средстволар составында 4,3% тәшкил итә; иҡт. эшмәкәрлек төрҙәре б‑са (%): ауыл хужалығында — 69,8, эшкәртеүсе производстволарҙа — 18,1, газ һәм һыу электр энергияһын етештереү һәм бүлеүҙә — 1,5, транспорт һәм элемтәлә — 4,7, төҙөлөштә — 4,8 һ.б.

Ҡ.Н.Йосопов, Г.Л.Фадеева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика