ТАВАСИЕВ Сосланбек Дафаевич (25.12.1894, Терек өлк. Фаснал а. — 10.4.1974, Мәскәү), скульптор. Төньяҡ Осетия (1955) һәм Башҡорт (1967) АССР‑ҙарының халыҡ рәссамы. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы (1935). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград юғары художество‑техник ин‑тын тамамлаған (1927; педагогы А.Т.Матвеев). 1929—40 йй., 1945—74 йй. Мәскәүҙә, 1941—44 йй. Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Т. эштәре сағыу образлылыҡ, ҡеүәтле пластика һәм аныҡ композиция м‑н айырыла. Ижадының төп темаһы — ирек һәм ғәҙеллек яҡлаған батыр йөрәкле кешеләр. Был тема Т. монумент эштәрендә тулыһынса кәүҙәләнеш ала (ҡара: Монументаль сәнғәт): “Дигора тарлауығын һаҡлаусыларға” барельефы (1927), ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы И.А.Плиевҡа һәйкәл (Дзауджикау ҡ., 1949), Өфөнөң тышҡы күренешенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелгән Салауат Юлаевҡа (1967) һәйкәл (ҡара: Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр). Станокта башҡарылған скульптуралары күп төрлө: “Кермен” (1925), “Үс алыусы” (1943), “Урыҫ яугиры” (1940—60 йй.) портреттары; “Стахановка”, “Майна‑вира” (икеһе лә — 1930 йй.) һ.б. сюжет композициялары; уникаль ағас скульптура әҫәрҙәре: “Башҡорт ҡыҙы” (1940 йй.), “Шайтан” (1940—60 йй.); яланғас ҡатын-ҡыҙ натураһын һынландырған неоклассик йүнәлештәге композициялар серияһы: “Йәшлек” (1930 йй.), “Рус Венераһы” (1940 йй.) һ.б. Мәрмәрҙән һәм һөйәктән эшләнгән миниатюр скульптур портреттар серияһы авторы (“Башҡорттоң башы”, “Ҡарт кеше” һ.б.; икеһе лә — 1940—60 йй.). Шулай уҡ уникаль графика өлкәһендә эшләгән. Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы (1928). 1926 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан. Эштәре БДХМ (Өфө), Третьяков галереяһы, Тарих музейы, Көнсығыш мәҙәниәте музейы, Йылҡысылыҡ музейы (бөтәһе лә — Мәскәү), “Абрамцево” музей‑заповеднигы һ.б. коллекцияларында һаҡлана. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1970). Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1927, 1967).

Әҙәб.: С и д о р о в В.В. По следам Салавата: ист.‑краеведч. очерки. Уфа, 1988; Сосланбек Тавасиев. Жизнь и творчество /авт.‑сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2007.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова