СӨРАУЫЛ, Кейебәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) басс. һаҙлыҡ. Яңауыл р‑ны Сөрауыл а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 0,4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 47,1 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,4 м, иң ҡалыны — 3,2 м, эшкәртелмәгән торф запасы 418,4 мең м3. Туйыныуы ҡатнаш. Ҡайын, тал, шифалы бесәй үләне, иренсәскә, күрән, кәкүкбаш, ҡаҙ үләне, ҡарамаяпраҡ ерек ҡураһы, Лобель аҡһырғағы һ.б. үҫә. Аҡ ҡуян, ҡыҙыл төлкө, мышы, үр ҡуяны, шәшке, ҡара төйлөгән, ҡом һайыҫҡаны, мөншөгөр, һуна өйрәк, ялан торомтайы һ.б. йәшәй.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Яндекс.Метрика