САҒАН, һыҙа, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Туймазы р‑ны Арҙат а. төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ- көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 235 га. Йырын‑һыҙа системаһы, айырсалары күп булған 2 һәм 3 км оҙонлоҡтағы тоташтырылған ике тармаҡтан тора. 1950—80 йй. С. агроурманмелиорация һәм гидромелиорация ысулдары үҙләштерелә. Йырынға бәлзәмле тирәк, һалпыш ҡайын, ябай ҡарағай һ.б. ағастар ултыртылған.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.