- Подробности
- Просмотров: 445
БАРТАҒАТАМАҠ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үрге Һөйән а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 57 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 102 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 199 кеше; 1989 — 99; 2002 — 97; 2010 — 87 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
20 б. 40‑сы йй. аҙ. Асҡын урман сәнәғәте хужалығында ағас әҙерләү эштәре ойошторолған ваҡытта ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. ауыл статусын ала.
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов