ФРАЗЕОЛОГИЯ (гр. phrsis, эйәлек килештә phraseos – әйтем һәм ...логия), 1) телдең хәҙ. торошондағы һәм тарихи үҫешендәге фразеологик составын өйрәнгән тел ғилеме бүлеге. Фразеологизмдарҙың тәбиғәтен һәм уның категориаль билдәләрен тикшереү, уларҙың телмәрҙә йәшәп килеү законлыҡтарын асыҡлау Ф. предметы булып тора. Ф. фразеологизмдарҙың спецификаһын сит номинация продукты булараҡ, бирелгән һүҙҙәр төркөмөн йәки айырым һүҙҙе яңыса аңлау һәм яңы мәғәнә формалашҡан процеста һүҙ‑компоненттарҙың үҙ‑ара синтагматик тәьҫир итешеүе булараҡ күрһәтелә; уларҙың билдә функцияһын, мәғәнәһен, фразеологизмдарҙың лексик компоненттарының структур‑семантик спецификаһын, уларҙың синтаксик һәм морфол. төҙөлөшөн һ.б. өйрәнә. Фразеологизмдар (телдең “фразеологик подсистемаһы” проблемаһы м‑н тура килә), фразеологизмдар һәм мәғәнә берәмектәренең (башлыса һүҙҙәр м‑н) дөйөм тел системаһы араһындағы системалы бәйләнешен өйрәнеү Ф. төп бурысы булып тора. Башҡ. Ф. өйрәнә башлау лексикографияның үҫеше м‑н бәйле була. С.Н.Моратовтың “Төрки телдәрҙә нығынған һүҙбәйләнештәр” (“Устойчивые словосечатания в тюркских языках”; 1961) эше башҡ. һәм татар теленең Ф. сағыштырма өйрәнеү б‑са беренсе монография булып тора. Һ.Л.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы материалы б‑са яҙылған Х.Ғ.Йосоповтың “Башҡорт теленең фразеологияһы” (“Фразеология башкирского языка”; 1963) хеҙмәтендә художестволы әҫәрҙәге фразеологизмдарҙың стилистик функцияһы ҡарала. Ж.Ғ.Кейекбаев “Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы” (1966) китабында фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәүи һәм грамматик классификацияһын бирә, уларҙың төп тибын билдәләй: ябай фразеологик бәйләнештәр, идиоматик әйтемдәр, мәҡәлдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр. Башҡ. теленең Ф. теорияһына З.Ғ.Ураҡсин ҙур өлөш индерә, ул “Башҡорт теленең фразеологияһы” (“Фразеология башкирского языка”; 1975) хеҙмәтендә Ф. системалы тасуирлай, семантик, грамматик һәм синтагматик анализ яһай, парадигматик һәм трансформацион үҙенсәлектәрен, этимологияһын асыҡлай. Шулай уҡ Ғ.Ғ.Ҡаһарманов, З.М.Рәйемғужина, Р.Х.Хәйруллина, М.Х.Әхтәмов һ.б.хеҙмәттәре башҡ. теленең Ф. өйрәнеүгә арналған.

2) Бирелгән телдең фразеологик берәмектәренең йәки фразеологизмдарының (тулайым дөйөмләштерелгән‑күсермә мәғәнәләре һүҙ комплексы — прототипты яңыса аңлау нигеҙендә формалашҡан һүҙҙәрҙең семантик яҡтан бүленмәгән нығынған һүҙҙәр бәйләнеше) йыйылмаһы, шул уҡ фразеологик состав. Килеп сығышы б‑са фразеологизмдар башҡ. телендә электән йәшәп килгән төп һәм үҙләштерелгән Ф. бүленә. Башҡ. фразеологизмдарының күп өлөшө үҙҙәренең тамырҙары м‑н дөйөм төрки ҡатламға барып тоташа. Йәнле һөйләү телмәре һәм фольклор төрлө телдең, ш. иҫ. башҡ. теленең, Ф. төп барлыҡҡа килеү сығанағы булып тора. Күп фразеологизмдарҙың барлыҡҡа килеүе мифол. һәм дини ҡараштар — “айыу майы һөртөү” (урлау, сәлдереү); соц.‑тарихи характерҙағы факттар — “Әндрәй ҡаҙнаһы” (бөтмәҫ муллыҡ сығанағы); яҙма традициялар —“ләм‑мим һүҙ әйтмәү” [бер һүҙ ҙә әйтмәү, ауыҙға һыу уртлау; (ғәрәп хәрефтәре исемдәренән)]; тышҡы ҡиәфәтте, йәнлектәрҙең ҡылыҡ‑ғәҙәттәре м‑н бәйле — “эт менән бесәй кеүек йәшәү”. Фольклор традициялары бер ни тиклем башҡ. фразеологизмдарының нигеҙе булып тора: “бер бите ай, бер бите ҡояш” (бик матур, үтә сибәр). Сит тел элементтары башҡ. фразеологизмдарының лексик составында ла, ш. уҡ күпселек урыҫ теленән ингән калькаланған бәйләнештәр рәүешендә лә барлыҡҡа килә: “аҡҡош йыры”, “беренсе ҡарлуғас”, “һыуҙан ҡоро сығыу”. Ураҡсин, Ф.А.Нәҙершина, Йосоповтың “Башҡортса‑русса фразеологик һүҙлек” (1973), Ураҡсиндың “Урыҫса‑башҡортса фразеологик һүҙлек” (“Русско‑башкирский фразеологический словарь”; 1989), “Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге” (1996; 2006) һүҙлектәрендә башҡ. теленең фразеологизмдары системалаштырылған.

Ғ.Ғ.Ҡаһарманов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика