ҮТӘЙ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Максим Горький а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Глуховская т. юл ст. К.‑Көнб. табан 11 км алыҫлыҡта Үтәй й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 420 кеше; 1920 — 717; 1939 — 537; 1959 — 442; 1989 — 123; 2002 — 102; 2010 — 86 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. 1-се ярт. Бәләбәй өйәҙендә И.Г.Осокиндың алпауыт крәҫтиәндәре Софийский исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Софиевка булараҡ теркәлгән. 1865 й. Ү. (Софийский) исеме м‑н иҫәпкә алынған, 65 йортта 335 кеше йәшәгән. Игенселек, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй булған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов