ҮРНӘК, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Казанка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 353 кеше; 1959 — 340; 1989 — 241; 2002 — 210; 2010 — 149 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1925 й. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Мәтәүбаш, Ыҫлаҡбаш, Туҙлыҡыуыш (хәҙ. бөтәһе лә — Бәләбәй р‑ны), Мәтәүтамаҡ (хәҙ. Туймазы р‑ны) аа. кешеләре нигеҙ һала. Х.Х.Абдрахманов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов  

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018