САФАР, Шишмә р‑нындағы ауыл, Сафар а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2484 кеше; 1920 — 3510; 1939 — 2298; 1959 — 1523; 1989 — 975; 2002 — 991 кеше. Татарҙар йәшәй. С. — “Сафар” АХПК‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Әхирәттәр” татар халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә [указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са ҡаҙнаға тартып алынған] мишәрҙәр нигеҙ һала. 1865 й. 335 йортта 1947 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, итек тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 мәсет, 2 училище, ат һәм 3 һыу тирмәне, 12 кибет булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. 4 мәсет, татар училищеһы, земство мәктәбе, һыу тирмәне, 2 мануфактура һәм 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй, тимерлек теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. 2005 й. С. Сафар разъезы ҡасабаһы ҡушылған. Ғ.Ғ.Байбурин, Й.Н.Байбурин, З.И.Бикбулатова, З.Д.Йәнекәев ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика