СУФЫЙСЫЛЫҠ, исламдағы мистик ағым. 8 б. аҙ. сөнниселектә барлыҡҡа килә, 10–12 бб. тулыһынса формалаша. Дини аскетизм таратыуға, рухи таҙарыныуға, Алланы интуитив һәм рухи яҡтан танып белеүгә өндәй. Ғилемгә эйә булыр өсөн мистик юл (тәриҡәт) аша үтергә кәрәк; үтә нескә тойғоло танып белеү (кәшеф) һәм илһам ғилем сығанаҡтары булып тора. Рухи остазға (ишан, мөршид, шәйех) айырым урын бирелә. С. төп йола – Алла исемен данлау (зекер әйтеү). С. баҫҡыстары: шәриғәт – ислам ҡанундарын мотлаҡ үтәү; тәриҡәт – остаздың тыңлаусан мөрите булыу; мәғрифәт – Аллала Йыһан берлеген аңлауға өлгәшеү (суфый әғрифкә – ғилемлегә әйләнә); хәҡиҡәт – хәҡиҡәткә төшөнөү һәм Аллаға яҡынайыу. Тәғлимәт нигеҙҙәре Зун‑Нун әл‑Мисри тарафынан һалынған. С. ағымдар, мәктәптәр күп, улар тәриҡәттәргә берләшә. Тәриҡәттәрҙең шәйехтәр аша Мөхәммәт пәйғәмбәргә барып тоташҡан силсиләһе бар. 12–14 бб. С. Бәдәүиә, Бикташиә, Ҡадириә, Ҡобрауиә, Мәүләүиә, Нәҡшбәндиә, Рифая, Сөхрәвәрдиә, Хәлүәтиә, Чиштиә, Шәзилиә, Йәсәүиә тәриҡәттәре барлыҡҡа килә. С. сәнғәткә, әҙәбиәткә, дини догматикаға, филос. йоғонто яһаған. С. Башҡортостанға үтеп инеүенә башҡорттар араһында исламды таратып йөрөгән суфый шәйехтәре булышлыҡ итә; иң билдәлеһе – Хөсәйенбәк, ул Ә.Йәсәүи суфыйҙың уҡыусыһы була (ҡара: Хөсәйенбәк кәшәнәһе). 18 б. аҙ. – 19 б. башында С. киң таралыу ала. Нәҡшбәндиә тәриҡәте мөриттәре күп булған, З.Х.Рәсүлев уларҙың рухи остазы иҫәпләнә, уның шәкерттәре араһында башҡ. мәғрифәтсеһе әл‑Бөрйәни, Ғ.Баруди, М.Ғафури, Ғ.З.Рәсүлев һ.б. Суфый муллаларҙан айырыуса Бағдади, Ғ.Сәиди, Ғ.Сайрани һәм Низаметдин әл‑Ҡороси киң таныла. Ш.Зәки, Ә.Ҡарғалы, М.Ҡотош‑Ҡыпсаҡи, Һ.С.Сәлихов, Ғ.Соҡорой, Т.Ялсығол һ.б. шиғриәтенә С. йоғонто яһаған.

Әҙәб.: Й ы л м а з Х.К. Тасаввуф и тарикаты. М., 2007; А м и н е в З.Г., Я м а е в а Л.А. Региональные особенности ислама у башкир. Уфа, 2009.

А.С.Булатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика