БАЛАНС (фр. balance, һүҙмә-һүҙ — үлсәү), халыҡ хужалығында үҫеш темптарын һәм пропорцияларҙы билдәләү һәм тотоу өсөн ҡулланылған натураль, ҡиммәт, натураль-ҡиммәт күрһәткестәре системаһы. Планлы иҡтисад йылдарында бөтә киңәйтелгән яңыртып етештереү процесын үҙ эсенә алыусы Б. булып халыҡ хужалығы Б. һанала, ул йәмәғәт продукты, милли килем баланстарынан һәм хеҙмәт ресурстарының йыйылма Б. тора. СССР‑ҙың автономиялы респ. Б. ҡулланыу өлкәһе аҙыҡ-түлек б‑са тиҫтәләгән матди, бер нисә төр финанс һәм хеҙмәт Б. м‑н сикләнгән була. Иң мөһим Б. (халыҡ хужалығы, йыйылма финанс Б. һ.б.) эшләнмәй, һөҙөмтәлә халыҡ хужалығының дөйөм йәмәғәт продукты, милли килем, халыҡтың реаль килеме кеүек һ.б. күрһәткестәре иҫәпләнмәй. Күп кенә авт. респ. (Башҡорт, Бүрәт, Карел, Коми, Мордва, Татар, Яҡут) ғалимдар тарафынан дөйөм йәмәғәт продуктын етештереү һәм бүлеү тармаҡ-ара баланстары эшләнә.

Статистик мәғлүмәт, банк һәм бухгалтерия отчёты, страховкалау надзоры, шәхси ярҙамсы һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын һайлап тикшереү мәғлүмәттәре һ.б. нигеҙендә йыл һайын төҙөлгән планлы һәм отчёт Б. түбәндәгеләр инә:

Финанс ресурстары һәм сығымдары балансы, бөтә килемдәр һәм сығымдар балансы, ул финанс һәм кредит-аҡса мөнәсәбәттәрен комплекслы билдәләй. Килем һәм сығым өлөштәренән тора. Бюджет проектын төҙөү өсөн ҡулланыла. Респ. беренсе тапҡыр 1988 й. төҙөлә. 2009 й. килем өлөшөндә физик шәхестәрҙең килеменә һалым 24,3% тәшкил иткән, ойошмалар табышына — 22,6, милеккә — 8,6, тәбиғәт ресурстарын файҙаланған өсөн түләүҙәр — 1; акциздар — 7,7% һ.б.; сығым өлөшөндә милли иҡтисадҡа сығымдар — 18,2%, мәҙәниәт, кинематография, киң мәғлүмәт саралары һәм социаль сәйәсәткә — 15,6, хоҡуҡ һаҡлау органдарын тотоу һәм дәүләт именлеген тәьмин итеүгә — 3,7% һ.б.

Халыҡтың аҡса килемдәре һәм сығымдары балансы халыҡҡа аҡсалата килем рәүешендә килгән тулайым төбәк продуктының бер өлөшө формалашыуын һәм ҡулланылышын билдәләй. А һәм Б бүлектәренән тора. А бүлеге — юридик һәм физик шәхестәр араһындағы, Б бүлеге халыҡтың айырым төркөмдәре араһындағы аҡса әйләнешен билдәләй. Килем өлөшөндә — халыҡтың аҡса килеме (ХАК), сығым өлөшөндә халыҡтың аҡса сығымы (ХАС) сағылыш таба. Тауарҙарҙың түләүгә һәләтле булған һорау һәм тәҡдимде, аҡса әйләнешен һәм ваҡлап һатыуҙағы тауар әйләнешен планлаштырыу һәм анализлау өсөн ҡулланыла. БАССР‑ҙа тәүге тапҡыр 1961 й. төҙөлә. 2009 й. ХАК 2000 й. м‑н сағыштырғанда 9,3 тапҡырға артҡан һәм йән башына иҫәпләгәндә 193636,8 һум тәшкил иткән, ХАС — шуға ярашлы 10,4 тапҡырға һәм 188480,0 һум; эш хаҡын түләү өлөшөнә ХАК‑тың 29,0%‑ы тура килгән; ХАК‑тың 78,9%‑ы тауарҙар һатып алыуға һәм хеҙмәттәргә түләүгә йүнәлтелгән.

Төп капитал (фондтар) балансы иҡт., уның тармаҡтары һәм милек формалары б‑са төп фондтарҙың күләмен, төҙөлөшөн, яңыртып етештерелеүен билдәләй. Төп капитал тауар етештереүсе һәм хеҙмәттәр күрһәтеүсе тармаҡтар б‑са төркөмләнә. Фонд менән ҡоралланғанлыҡ, фондтың файҙа биреүе һәм фонд һыйышлығы күрһәткестәрен иҫәпләү өсөн; иҡт. тармаҡ төҙөлөшөн билдәләү өсөн ҡулланыла. Респ. беренсе тапҡыр 1975 й. төҙөлә. 2009 й. иҡт. эшмәкәрлектең бөтә төрҙәре б‑са төп фондтар 1485,2 млрд һум тәшкил иткән, ш. иҫ. (%): транспорт һәм элемтә — 24,1, күсемһеҙ милек м‑н операциялар, ҡуртым һәм хеҙмәт күрһәтеү — 19,7, эшкәртеү производстволары — 14,5, файҙалы ҡаҙылмалар табыу — 8,1, электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү һәм бүлеү — 7,4, ауыл хужалығы, һунарсылыҡ һәм урман хужалығы — 5,5, мәғариф — 4,0, сауҙа, транспорт саралары, көнкүреш әйберҙәрен йүнәтеү һ.б. — 2,8, төҙөлөш — 1,4, ҡунаҡханалар һәм ресторандар — 0,8 һ.б.

Хеҙмәт ресурстары балансы хеҙмәт ресурстарының барлығын, уларҙың эшмәкәрлек өлкәләре һәм төрҙәре б‑са бүленеүен һәм ҡулланылыуын сағылдыра. Ресурс һәм бүлгес бүлектәренән тора. Ресурс өлөшө хеҙмәт ресурстарының һанын һәм уларҙың формалашыу сығанаҡтарын билдәләй: эшкә яраҡлы халыҡ, эшләүсе пенсионерҙар һәм үҫмерҙәр. Бүлгес өлөшө хеҙмәт ресурстарының иҡт. актив һәм актив булмаған халыҡҡа бүленеүен сағылдыра; эшселәрҙең матди етештереү сфераһы һәм етештереүгә бәйләнмәгән сфера араһында иҡт. секторҙары б‑са бүленешен сағылдыра. Хеҙмәт ресурстарын ҡулланыуҙы анализлау, булған эшсе көсө резервтарын (йәки дефицитын) асыҡлау өсөн ҡулланыла. 20 б. 20‑се йй. алып төҙөлә. Шулай уҡ ҡара: Халыҡтың эш менән тәьмин ителеүе.

Ҡ.Н.Йосопов, Л.Г.Левина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика