СӘҒҘИ Һаҙый [ысын исеме Сәғәҙиев Мөхәмәтһаҙый Ғәйнан улы; 25.3. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 20.4.) 1883, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Таймый а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) – 26.1.1933, Өфө], яҙыусы. Ғ.Сәғҙиҙең ағаһы. “Хөсәйениә”, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен (1902), Дыуан 2 класлы уч‑щеһын (яҡынса 1914 йй.) тамамлаған. Тыуған ауылында 1902 й. алып мулла, 1909–23 йй. (өҙөклөк м‑н) уҡытыусы; 1921–22 йй. Златоуст пед. техникумында татар‑башҡ. секцияһы етәксеһе, уҡытыусы; 1923 й. башлап Мәсәғүт а. һәм Өфөнөң төрлө уҡыу йорттарында эшләй. Автобиографик материалға нигеҙләнеп яҙылған “Бәхетһеҙҙәр” повесында милли интеллигенцияның формалашыуы һүрәтләнгән; “Ер һатыуҙың ғаҡлиәте” (1911) хикәйәһендә башҡ. ерҙәрен талау проблемаһы күтәрелә. С. башҡ. теленә тәржемәһендә Башҡорт драма театрында Лопе де Веганың “Һарыҡ шишмәһе” (“Овечий источник”) пьесаһы ҡуйыла. Башҡ. мәктәптәре өсөн “Йәш быуын. Башҡорт әлифбаһы”, “Йәш быуын. Уҡыу китабы” (икеһе лә – 1926, Н.Иҫәнбәт м‑н берлектә) дәреслектәре авторы.

Әҙәб.: Рафиҡи Ғ.Л. мәҡ. ҡарағыҙ.

С.Ғ.Сафуанов, А.Ш.Сәғәҙиев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика