САРЫС, йылға, Төй й. һул ҡушылдығы. Пермь крайы Сарыс ҡасабаһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта башлана. Пермь крайы һәм БР‑ҙың Асҡын р‑ны буйлап төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай аға. Төй й. (тамағынан 1 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 135 км, басс. майҙаны 1370 км2, дөйөм түбәнәйеүе 295 м. БР‑ҙа оҙонлоғо 55 км, ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 65%‑ы — яҙғы (апр.— май), 20%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь— окт.), 15%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Асҡын р‑ны Солтанбәк а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 12,2 м3/с. Басс. рельефы ҡалҡыу, убалар теҙмәһенән торған тигеҙлектән ғибәрәт, көңгөр ярусы тоҡомдарынан (балсыҡ, доломит, гипс) барлыҡҡа килгән, карст үҫешкән. Ландшафы һоро урман, кәҫле көлһыу һәм ҡара болон тупраҡтарындағы ҡайын‑уҫаҡ һәм ҡарағай- шыршы урмандарынан, күрән һәм һаҙ мүге булған һаҙлыҡтарҙан тора. Басс. яҡынса 65%‑ын урман ҡаплаған. Иң ҙур ҡушылдығы — Көнгәк (һул).

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

Яндекс.Метрика