РӘСӘЙ МОСОЛМАНДАРЫНЫҢ ҮҘӘК ДИНИӘ НАЗАРАТЫ, дини төркөмдәрҙе һәм төбәк ойошмаларҙы берләштергән дини ойошма. Өфөлә урынлашҡан. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: кешенең ислам динен тотоу азатлығына хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу; мосолман дин ғилемен таратыу; дини белем биреү үҫешенә булышлыҡ итеү; мосолмандарға изге урындарға ғибәҙәт ҡылыуҙы ойоштороу (ҡара: Хаж); ислам мәҙәни үҙәктәрен булдырыу һ.б. Мәжлес (съезд) Мосолман Үҙәк Диниә назаратының юғары органы булып тора, съездар араһындағы осорҙа — Мосолман Үҙәк Диниә назараты Президиумы, Мөфтөйҙәр советы, Өләмдәр советы. Ырымбур мосолман диниә назараты булараҡ асыла, 1917 й. алып Эске Рәсәй һәм Себер Мосолман Үҙәк Диниә назараты (1918 й. тиклем дини ведомство булып Мосолмандарҙың милли идараһына инә — Милләт мәжлесе үҙәк башҡарма органы), 1948 й. — СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назараты, 1992 й. — Рәсәй һәм БДБ‑ның Европа илдәре Мосолман Үҙәк Диниә назараты, 2000 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. 1927 й. Мосолман Үҙәк Диниә назараты — 14825, 1988 й. 142 мәхәлләне берләштерә. 1999 й. 24 төбәк диниә назараты, 13 мөхтәсибәт, яҡынса 1700 мәхәллә, 2010 й. 26 төбәк диниә назараты уның ҡарамағында була. Рәсәй ислам университеты эшләй. “Мосолман календары”, “Маглюмат аль‑Булгар — Вестник” (“Мәғлүмәт әл‑Болғар — Хәбәр”, ҡара: Мосолман ваҡытлы матбуғаты) гәз. нәшер итә. Мөфтөйҙәре: Ғ.Баруди (1917—21), Р.Ф.Фәхретдинов (1923—36), Ғ.З.Рәсүлев (1936—50), Ш.Ш.Хыялетдинов (1951—74), Ә.Н.Исаев (1975 й. алып), Т.Тажетдин (1980 й. алып).

М.Ғ.Вәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина