ПУЧКОВ Лев Александрович (5.7.1938, Сыуаш АССР‑ы Порецкое а.), тау инженеры. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), техник ф. д‑ры (1974), проф. (1978). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1997). РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙм‑ре (1998). Мәскәү тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1961) СССР ФА Кольский филиалының Тау‑металлургия ин‑тында (Апатиты ҡ.) эшләй. 1963 й. алып Мәскәү тау ун‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1976 й. башлап проректор, 1987 й. — ректор, 2007 й. — президент, бер үк ваҡытта 1981 й. алып автоматлаштырылған идара итеү системалары каф. мөдире, 1992 й. — ҡатлам ятҡылыҡтарын ер аҫтында үҙләштереү каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге тау эше һәм рудник аэрогазодинамикаһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәр м‑н бәйле. П. етәкс. тау‑технологик процестар м‑н синергетик идара итеү, тау‑ҡаҙылма пр‑тиеларын, шахта метаны сығарыу һәм ҡулланыу технологияларын мониторингылау теориялары төҙөлә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Горный журнал” (“Тау журналы”) ж. баш мөхәррире (2002 й. алып). РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. (2003), А.А.Скочинский ис. пр. (1997, 2003) лауреаты. “Почёт Билдәһе” (1981), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2008), Дуҫлыҡ (1998) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Аэродинамика подземных выработанных пространств. М., 1993; Реальность промысловой добычи метана из неразгруженных угольных пластов. М., 1996; Извлечение метана из угольных пластов. М., 2002 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Яндекс.Метрика