ФУЛЛЕРЕНДАР, углеродтың Сn дөйөм формулалы аллотроп модификацияһы. Шунгитта табылған (1•10-3%). Өсләтә координацияланған йоп һанлы атомлы 5 (пентагон) йәки 6‑ (гексагон) быуынлы ҡулсаларҙан торған ябыҡ күпҡыр (сфероидтар) сифатындағы ҡыуыш эсле молекулалар. Тотороҡлолоғо төҙөлөшөнә бәйле. С60 Ф. (20 гексагон һәм 12 пентагон) киҫелгән икосаэдр формаһында, аргон атмосфераһында 1700 К т‑раһына тиклем тотороҡлоғон һаҡлай. Ф. 2 төр С—С бәйләнеше бар: ҡыҫҡараҡ икеләтә бәйләнеш ике гексагондың (С66), оҙонораҡтары (С65) — гексагондың һәм пентагондың дөйөм яғы булып тора. Ҡара төҫлө кристалдар, бензолда эретмәһе сағыу ал төҫтә; һығылмалыҡ б‑са графитҡа яҡын. Молекула диам. яҡынса 1 нм. Кислород тәьҫирендә 500 К т‑рала, 0,55 эВ энергиялы фотондар тәьҫирендә бүлмә т‑раһында окислана. Кристаллы Ф. (фуллерит) ҡыры үҙәгенә тура килтерелгән куб рәшәткәле, тығыҙлығы 1700 кг/м3. Ф. эске ҡыуышлыҡтары инерт газдарҙы, металдарҙың атомдарын, “эндоэдраль комплекстар” барлыҡҡа килтереп бәләкәй молекулаларҙы эләктереп алыр өсөн етерлек. Ф. структураһы ҡушылыу реакцияларына ғына мөмкинлек бирә: платина төркөмө металдары булған радикалдар м‑н ферромагнит материалдар; һелтеле металдар м‑н K3C60 тибындағы фуллеридтар барлыҡҡа килтерә. Галоген, фосфор һ.б. м‑н ҡушылыу һәм C60—C60H36 һәм C60H60 формулалы (фаззибол) Ф. гидрирлау продукттары алынған. Кристаллы Ф., полифуллерен плёнкалары — ярым үткәргестәр; калий фуллеридтары 18 К т‑рала, рубидий һәм цезий фуллеридтары 43оК т‑рала — ғәҙәттән тыш үткәргестәр. Графитты термик тарҡатыу, электр дуғаһы тәьҫирендә парға әйләндереү, лазер м‑н нурландырыу һөҙөмтәһендә алалар; айырып алынған ҡара поликристаллы онтаҡ күбеһенсә C60 (масса б‑са 80—90%) һәм C70 (10—15%) ҡатышмаһы. Ф. фотоприёмниктар, оптоэлектронлы һәм хәтерҙә ҡалдырыусы ҡоролмалар, оптик затворҙар, алмас һәм алмас кеүек плёнкалар, копировка машиналары өсөн буяу, аккумуляторҙар, ракета яғыулығы өсөн присадкалар, һыуҙа эреүсе эндоэдраль берләшмәләр нигеҙендә вирустарға, яман шештәргә ҡаршы препараттар һ.б. эшләү өсөн ҡулланырға мөмкин. Башҡортостанда Ф. химияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр 20 б. 90‑сы йй. уртаһында Нефтехимия һәм катализ ин‑тында башлана. C60 Ф. палладий‑, ниодим‑, титан‑, цирконий‑, гафний тотошло катализаторҙар тәьҫирендә ациклик аминдар, диазоберләшмәләр, эфирҙар, тиоэфирҙар, сульфондар, альдиминдар һәм кетиминдар, оксимдар, фосфиндар һәм фосфиттарҙы цикллы ҡушып функционаллаштырыу ысулдары эшләнгән. Тәүге тапҡыр алюмин һәм магнийҙың алкиллы сығарылмалары ярҙамында C60 каталитик карбо‑ һәм цикллы металлирлау тормошҡа ашырыла (У.М.Джемилев). C60 һәм C70 Ф. шыйыҡ фазалы хемилюминесценцияһы һәм C60 и C70 молекулаларына энергияның индуктив‑резонанс тапшырылыуы арҡаһында төрлө берләшмәләрҙең электрон‑ярһыу хәленең аномаль эффектив һүнеүе (Р.Ғ.Болғаҡов) күҙәтелә. БДУ‑ла сканерлау туннель микроскопияһы ярҙамында Ф. ярым үткәргес һәм металдар (баҡыр, көмөш) өҫкө йөҙө м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүе тикшерелә (Р.З.Бәхтизин) һәм фуллерен–өҫкө йөҙ адсорбция геом. тура күҙәтеү тормошҡа ашырыла; эске молекуляр структуралар табыла һәм зарядтың урындағы төркөмләнеү моделен ҡулланып анализлана. Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында (Р.Ф.Туҡтаров, Р.В.Хатымов, П.В.Щукин, М.В.Мөфтәхов, В.Ю.Марков, О.А.Соломещ) электрондарҙы резонанс эләктереүсе масс‑спектрометрия ысулы м‑н Ф. энергияның киң диапазонында (йылылыҡ энергияһынан алып 12 эВ тиклем) электрондарҙы ҡушып оҙаҡ йәшәүсе кире иондар барлыҡҡа килтереү һәләте иҫбатлана. ӨДНТУ‑ла (М.М.Закирничная, И.Р.Кузеев) тимер‑углеродлы иретмәләр формалашҡанда Ф. барлыҡҡа килеүе асыҡлана. Органик химия ин‑тында (С.В.Колесов, Ю.Б.Монаков, Р.Х.Йомағолова) Ф. ҡатнашлығында радикал полимерлашыу процестарын тикшереү алып барыла һәм аллиллы мономерҙар нигеҙендә тәүге тапҡыр фуллеренлы полимерҙар рәтеалына.

Әҙәб.: Kadish K.M., Ruoff R. Fullerenes: Chemistry, Physics and Technology. New York, 2000; Hirsch A., Brettreich M. Fullerenes: Chemistry and Reactions. Weinheim, 2004.

Р.И.Хөснөтдинов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика