ФРАНЦЕВИЧ Иван Никитович (3.8.1905, Полтава ҡ. — 14.2.1985, Киев), физик‑химик, материалдарҙы өйрәнеүсе. Украина ССР‑ы ФА акад. (1961). Химия ф. д‑ры (1961). Соц. Хеҙмәт Геройы (1969). Фәнни хеҙмәттәре есем йөҙө күренештәре электрохимияһы һәм химияһы өлкәһен, металлургия, металдарҙы өйрәнеүсе фән һәм металлофизиканы тикшереүгә арналған. Ф. тарафынан тәүгеләрҙән булып металдарҙың шыуыу һәләтенең диффузион механизмы билдәләнә, иретмәләрҙең электрохимик окисланыу теорияһы һәм уны тасуирлауҙың кинетик тигеҙләмәләре тәҡдим ителә. Онтаҡ металлургияһы ысулы м‑н утҡа сыҙамлы, ныҡлы, элетроэрозияға сыҙамлы материалдар эшләнә; прокат  тимер көйөгөнән һәм мартит мәғдәненән тимер онтағы алыу, тәбиғи газдарҙы технологик тәғәйенләнешле газ мөхитенә каталитик эшкәртеү технологиялары эшләнә. Украина ССР‑ы ФА Өфөгә эвакуацияланған осорҙа (1941—1943) Ҡара металлургия ин‑тының (Свердловск ҡ. эвакуацияланған) дир. урынбаҫары һәм бүлек мөдире. Ф. етәкс. Белорет металлургия комбинатында махсус иретмәләр булдырыла; Башнефтекомб‑т (ҡара: “Башнефть”) хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә нефть эшкәртеү пр‑тиелары аппаратураһын коррозиянан һаҡлау ысулдары эшләнә. Украина ССР‑ы ФА металлокерамика һәм махсус иретмәләр ин‑тын ойоштороусы (1955). 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 14 уйлап табыу авторы. СССР Дәүләт (1950), Украина ССР‑ы (1969) пр. лауреаты. Ф. исеме м‑н ул ойошторған ин‑т һәм Полтаваның бер урамы аталған.

 М.А.Сәйетова

 Тәрж. Й.Ш.Мөхәмәтйәров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика