ФОТОХИМИЯ, химияның матдәләрҙең яҡын УФ (яҡынса 100—400 нм) һәм инфраҡыҙыл (0,8—1,5 мкм), күренгән өлкәләге (400—800 нм) нурҙарҙы йотҡандағы әүерелеүҙәрен өйрәнеүсе бүлеге. Оптика, фотофизика, химик кинетика, квант химияһы, молекулаларҙың төҙөлөшө теорияһы һәм физик химияның башҡа бүлектәре м‑н тығыҙ бәйле. Бәләкәй молекулаларҙың (молекулаларҙың ярһыулы хәлдәге элементар акттарының динамикаһын тикшереү), органик һәм органик булмаған (берләшмәләрҙең фотоәүерелеүҙәрен, фотохимик синтезлау ысулдарын тикшереү), физик (фотохимик реакцияларҙың механизмдарын һәм кинетик законлыҡтарын тикшереү) Ф. айыралар. Молекула йәки ион яҡтылыҡ квантын йотҡанда яҡынса 1015 с ваҡыт эсендә төп (тотороҡло) хәлдән ярһыу (синглетлы хәл, йәшәү ваҡыты яҡынса 108 с; триплетлы, шыйыҡ арала 105—1015 с алып ҡаты полимерҙар өсөн 20 с тиклем) хәлгә күсә; ул хәлдә фотохимик реакцияға инә. Беренсел продукттар (радикалдар, иондар, ион‑радикалдар, электрондар) тотороҡһоҙ, 103 с артығырак ваҡыт эсендә төп продукттар барлыҡҡа килтереп икенсел реакцияларға инә. Ярһыулы молекула (бер өлөшө фотохимик реакцияға инмәй, флуоресценция йәки фосфоресценция аша дезактивация һөҙөмтәһендә башланғыс хәлгә ҡайта; ҡара: Люминесценция) йыш ҡына ярһымаған молекула м‑н комплекс (эксимер йәки эксиплекс) барлыҡҡа килтерә. Фотохимик реакциялар (фотоионлашыу, ‑сенсибилизация, ‑изомерлаштырыу, электрон күсеү һ.б.) квант сығыш (реакцияға ингән молекулалар һанының йотолған яҡтылыҡ кванттары һанына бәйләнеше) м‑н характерлана. Ф. актинометрия, импульслы фотолиз, радио‑, оптик эмиссиялы һәм абсорбциялы, лазерлы спектроскопия һ.б. ысулдарҡулланыла. Фотохимик процестар фотографияла (көмөш галогенидтарының, диазоберләшмәләрҙең фотохимик тарҡалыуы), фотолитографияла информация теркәүҙең башҡа процестарында, берләшмәләр синтезында (капролактам, D группаһы витаминдары һ.б.), полимерҙарҙы синтезлау һәм модификациялауҙа (фотополимерлашыу, ‑модификация, ‑деструкция), квантлы (фотохимик лазерҙар, япҡыстар, модуляторҙар) һәм микроэлектроникала, полиграфияла (баҫма формалары), һыуҙы (ҡара: Һыу таҙартыу), мед. учреждениеларында һауаны зарарһыҙландырыу (бактерицидлы лампалар) өсөн файҙаланалар. Тәбиғи фотохимик процестар — хлорофилл фотосинтезы, родопсинды фотоизомерлаштырыу, атмосфераның юғары ҡатламдарында озондың барлыҡҡа килеүе. Башҡортостанда Ф. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр 1941—43 йй. А.И.Киприанов етәкс. Украина ССРы Фәндәр академияһы эвакуацияһы осоронда башлана. 60‑сы йй. алып Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) фотохимик реакциялар механизмдарын (В.П.Казаков һ.б.), шыйыҡ фазала окисланыу һәм радикал реакцияларының Ф. (В.Д.Комиссаров һ.б.), 80‑се йй. — фотохимик реакцияларҙы полимер плёнкалар, органик быяла (Г.В.Леплянин, С.Р.Рафиҡов һ.б.) алыу өсөнҡулланыу һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында магнитлы ярымүткәргестәрҙә һәм диэлектриктарҙа (Р.А.Дорошенко, В.А.Мазунов һ.б.) фотоиндукциялы күренештәрҙе, БДУ‑ла төрлө мөхит шарттарында үҫемлектәрҙең фотосинтезын (З.Ф.Рахманҡолова, И.Й.Усманов) өйрәнәләр, ӨДНТУ‑ла (В.В.Зорин) полимерлашыуҙың фотоинициаторҙары эшләнә. 70‑се йй. респ. пр‑тиеларында фотолитография ҡулланыу технологиялары, 80‑се йй. аҙ. фоторедукциялаусы плёнкалар производствоһы үҙләштерелгән. 90‑сы йй. уртаһынан алып респ. дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында хирургик дауалауҙа инфраҡыҙыл фотокоагуляцияны ҡулланалар (В.М.Тимербулатов һ.б.).

В.П.Казаков

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика